Мораҙым
+17 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
30 Июля 2020, 07:15

Балаларға – айырым иғтибар

Башҡортостанда быйыл унынсы тапҡыр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы үтә. Уны Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәрә. Акцияның шарттары, унда нисегерәк ҡатнашырға мөмкин булыуы тураһында беҙ Күгәрсен районындағы ғаилә хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Нәркәс Ҡолшәрипова менән әңгәмәләштек.

Башҡортостанда быйыл унынсы тапҡыр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы үтә. Уны Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәрә. Акцияның шарттары, унда нисегерәк ҡатнашырға мөмкин булыуы тураһында беҙ Күгәрсен районындағы ғаилә хеҙмәте етәксеһе Зөлфиә Әҡсәнова менән әңгәмәләштек.
- Зөлфиә Нәзим ҡыҙы, акция ҡайһы ваҡытта үтә?
- Быйыл ул һәр йылдағыса 1 августан 31 авгусҡа тиклем ойошторола.
- Унда кемдәр ҡатнаша ала?
- Акцияла юридик һәм физик шәхестәр, хәйриә ойошмалары һәм ябай граждандар ҡатнаша ала. Ғәҙәттә беҙ ойошмаларҙың иҫтәренә төшөрөп, рәсми хаттар ебәрәбеҙ, шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.
- Был ярҙам халыҡтың ниндәй категорияһына тәғәйенләнгән? Ярҙамға мохтаждарға нимәләр кәрәк һәм әйберҙәрҙе ҡайҙа тапшырырға?
- Башҡа йылдар практикаһы күрһәтеүенсә мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға теләүсе граждандар йылдан-йыл арта бара. Ярҙам итеүселәр ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләргә мөмкинлек ҙурыраҡ.
Канцелярия тауарҙары, дәфтәр, яҙыу кәрәк-яраҡтары, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәкле әйберҙәр, ижад өсөн йыйылмаларҙы (яңы килеш), портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, художестволы китаптарҙы (яҡшы торошта йәки яңы килеш) беҙҙең хеҙмәт түбәндәге адрес буйынса: Мораҡ ауылы, З.Биишева урамы, 104, Берҙәм халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәгендә, 214-се бүлмәлә ҡабул итә. Ҡабул ителгәс ул әйберҙәргә дезинфекция үткәреләсәк һәм инвалид-балалар, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, ата-әсәһеҙ тороп ҡалған һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға таратыласаҡ.
- Һеҙгә ҡайһы номер буйынса мөрәжәғәт итергә?
- Белешмә өсөн телелфон: 8 (34789) 2-18-74. Шылтыратығыҙ, акцияла ҡатнашыу шарттарын тулыһынса аңлатырбыҙ.
Әйткәнәдй, Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса 2019 йылда 7816 балаға 9 млн 981 мең 844 һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Беҙҙең районда 265 бала тәрбиәләнеүсе 113 ғаиләгә 94549 һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Читайте нас