Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
27 Июля 2020, 12:41

Урындағы инициативалар хуплау тапты

Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, урындағы инициатива нигеҙендә район ауыл биләмәләре йәмәғәт инфраструктураларын үҫтереү буйынса һайлап алыу конкурсында ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре хаҡында бөгөнгө яҙмабыҙҙа. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста бөтәһе 19 проект, шуларҙан эксперттар 9 млн-дан артыҡ һумға торошло 15-ен һайлап алды. Исем, Теләүембәт, Күгәрсен, Мәҡсүт, Чапаев, Ишбирҙе, Заречье, Санъяп, Ибрай, Иртөбәк, Йомағужа, Волостновка, Ялсы, Юлдыбай һәм Нуҡай ауыл биләмәләре инициативалары хуплау тапты. Мәҫәлән, Теләүембәт ауыл Советы хакимиәте һәм халҡы тышҡы яҡтыртыу системаһын төҙөкләндереү тәҡдиме менән сығыш яһаны һәм, Исемдәр кеүек үк, иң юғары – 98 балл йыйҙы.

Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, урындағы инициатива нигеҙендә район ауыл биләмәләре йәмәғәт инфраструктураларын үҫтереү буйынса һайлап алыу конкурсында ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре хаҡында бөгөнгө яҙмабыҙҙа.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста бөтәһе 19 проект, шуларҙан эксперттар 9 млн-дан артыҡ һумға торошло 15-ен һайлап алды. Исем, Теләүембәт, Күгәрсен, Мәҡсүт, Чапаев, Ишбирҙе, Заречье, Санъяп, Ибрай, Иртөбәк, Йомағужа, Волостновка, Ялсы, Юлдыбай һәм Нуҡай ауыл биләмәләре инициативалары хуплау тапты.
Мәҫәлән, Теләүембәт ауыл советы хакимиәте һәм халҡы тышҡы яҡтыртыу системаһын төҙөкләндереү тәҡдиме менән сығыш яһаны һәм, Исемдәр кеүек үк, иң юғары – 98 балл йыйҙы.
– Үҙебеҙҙең ауыл биләмәләрен йәшелләндереүгә һәм тәртипкә килтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, даими рәүештә өмәләр ойоштороп торабыҙ, халыҡ та таҙалыҡҡа ынтыла. Теләүембәт ауылында үткәрелгән граждандар йыйылышында, күсмә кәңәшмәләр барышында Таулы һәм Йәштәр урамдарын яҡтыртыу тураһындағы һорауҙар йыш яңғыраны. Быйыл был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ. Район бюджетынан, бағыусыбыҙ (“Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) һәм халыҡтан финанстар күсте, республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә ярҙам алаһы ғына ҡалды. Подрядсы – Мораҡ район электр селтәрҙәренн бүлеү ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 630 м оҙонлоҡта линия үткәрҙе, туғыҙ яңы светодиодлы яҡтыртҡыстар урынлаштырҙы. Уларҙы селтәргә тоташтырырға ғына ҡалды, – тип билдәләне урындағы биләмә башлығы Зөбәир Әбдрәхимов.
Мәҫәлән, Подгорный, Ҡаран ауылдары халҡы ағымдағы йылда күптән яңыртылырға тейеш ауыл биләмәләре клубтарына капиталь ремонт яһарға планлаштыра. Хәҙер “Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү” программаһы был мәҙәниәт учреждениеларында фойены тәртипкә килтерергә һәм түбәне алмаштырырға ярҙам итәсәк.
Үрге Санъяп ауылы район үҙәгенән иң алыҫ ауылдарҙың береһе һанала. Ҡотҡарыусыларға унда янғын һүндереү һәм ярҙам күрһәтеү өсөн барып етеү байтаҡ ауырға төшә. Ирекле ойошторолған тәүлек әйләнәһенә янғындан һаҡлау дежурлығы һәм гараж өсөн тәғәйенләнгән бинаны капиталь ремонтлау өсөн аҡса йыйыу ойошторолдо. Ярҙам ҡулын шулай уҡ фермерҙар Нәфис һәм Рәфис Ибраһимовтар һуҙҙы.
Санъяп ауыл биләмәһе башлығы Фәниә Ғәлина һүҙҙәре буйынса, уларҙа янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән һыу һыйымы бар, тик иҫкергән. Быйыл районға бер нисә яңы цистерна ҡайтарылырға тейеш, шуларҙың береһен уларға тапшырасаҡтар, тип күҙаллана. Конкурс процедураларын үткәргәндән һуң подрядсы билдәле буласаҡ. Улар иҫке клуб биләмәһендә электр үткәрергә, түбәһен, стеналарын ремонтларға һәм иҙәндәрен бетонларға тейеш.
Бына шулай, халыҡ, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе эре хужалыҡтар, фермерҙар, эшҡыуарҙар әүҙемлеге ярҙамында урындағы әһәмиәтле һорауҙар хәл ителә.
2020 йылда Башҡортостанда “Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү” программаһы тормошҡа ашырылыуына 5 йыл тула. Ҡатнашыусыларҙың берҙәмлеге, граждандарҙың инициативаһы, тырышлығы, ныҡышмалылығы һәм башҡалар программаның үҫешендә генә түгел, аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә маҡсатлы аҡса бүленеүендә лә ҙур һөҙөмтәләргә ирешергә булышлыҡ итте.
Читайте нас