Мораҙым
+19 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июля 2020, 07:47

Коронавирус пандемияһы осоронда граждандарҙың мөлкәтен талау ысулдары

Коронавирус пандемияһы арҡаһында килеп тыуған иҡтисади көрсөк мутлашыуҙың яңы төрҙәре килеп сығыуға һәм интернет селтәрен ҡулланып эшләнгән енәйәттәр һаны артыуға килтерҙе. Уларҙың береһе – мәрхәмәтлек, хәйриә акцияларына тип граждандарҙан һәм ойошмаларҙан аҡса йыйыу (коронавирус менән ауырып китеүселәр һәм уларҙың ғаиләләренә, медицина эшсәндәренә ярҙамға һ.б.). Ҡағиҙә булараҡ, ундай енәйәттәр мессенджер һәм социаль селтәрҙәрҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап өндәшеүгә ҡайтып ҡала. Икенсе төр – коронавирус йоҡтороуҙан ярҙам итеүсе тауарҙар һатыу, шулай уҡ был ауырыуҙан “вакцина” тәҡдим итеү.

Коронавирус пандемияһы арҡаһында килеп тыуған иҡтисади көрсөк мутлашыуҙың яңы төрҙәре килеп сығыуға һәм интернет селтәрен ҡулланып эшләнгән енәйәттәр һаны артыуға килтерҙе.
Уларҙың береһе – мәрхәмәтлек, хәйриә акцияларына тип граждандарҙан һәм ойошмаларҙан аҡса йыйыу (коронавирус менән ауырып китеүселәр һәм уларҙың ғаиләләренә, медицина эшсәндәренә ярҙамға һ.б.). Ҡағиҙә булараҡ, ундай енәйәттәр мессенджер һәм социаль селтәрҙәрҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап өндәшеүгә ҡайтып ҡала.
Икенсе төр – коронавирус йоҡтороуҙан ярҙам итеүсе тауарҙар һатыу, шулай уҡ был ауырыуҙан “вакцина” тәҡдим итеү.
2020 йылдың ғинуар башында интернет селтәрендә бөтә донъя буйынса коронавирусҡа ҡаршы препараттар һатыла башланы. Унан тыш, был сирҙән яҡлаусы төрлө амулеттар, микстура, дини атрибутика, “шифалы һыу” һ.б. тәҡдим итәләр.
Шулай уҡ мутлашыусылар граждандарға үҙаллы изоляция режимын боҙған өсөн күрһәтелгән реквизиттар буйынса штрафтар түләргә кәрәклеге тураһында иҫкәрмәләр тараталар. Персональ мәғлүмәттәрҙе алыу маҡсатында мутлашыусылар абоненттарға зыянлы программа менән тәьмин ителгән (йәнәһе медицина учреждениелары тарафынан ебәрелгән) хат тарата. Шундай юл менән алынған персональ мәғлүмәттәр граждан иҫәбенән аҡса урларға мөмкинлек бирә.
Әлеге мәлдә граждандарға туғандары йәки медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан мөрәжәғәт итеп, коронавирус оҡторған яҡындарын дауалауға аҡса күсереү осраҡтары артты.
Шулай уҡ үҙаллы изоляция режимында коронавирус билдәләре йәки ауырыған кеше менән контактҡа ингән өсөн карантинда булыусы граждандарға йәмәғәт урындарында йөрөү өсөн рөхсәт ҡағыҙы биреү кеүек мутлашыу осраҡтары ла күп теркәлә.
Тағы ла йыш осрай торған енәйәттәрҙең береһе: мутлашыусылар үҙҙәрен авиакомпания йәки турагенство хеҙмәткәрҙәре итеп таныта һәм туристик путевкаларҙы кире ҡайтарыу өсөн шулай уҡ граждандың банк реквизиттарын ала.

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының енәйәти-процессуаль һәм оператив-тикшереү эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса идаралыҡ.

Фото: Gazeta-vp.ru

Читайте нас