Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2020, 16:50

Балалар фажиғәләренә юл ҡуймайыҡ!

Һәр көн йылға һәм күлдәрҙә балаларҙы юғалтабыҙ. Үкенескә күрә, 2020 йылдың башынан республиканың һыу объекттарында 17 бәлиғ булмаған бала батып үлде. Уларға 5-17 йәш ине. Был фажиғәләр Архангель, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман, Шишмә һәм Шаран райондарында, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында булды.

Балаларҙың иң күбе – алтауһы Ағиҙел йылғаһында батты. Бәхетһеҙ осраҡ шулай уҡ Ашҡаҙар, Оло Әрмәт, Дим, Еҙем, Мәләкәс һәм Һалдыбаш йылғаларында, күл, быуа һәм һыу һаҡлағыстарҙа булды.
Хөрмәтле өлкәндәр!
Һыуҙағы фажиғәләрҙең 40 проценты ата-әсәләрҙең яндарында һыу инеп йөрөгән балаларын ҡарамауы арҡаһында килеп сыҡһа, 60 проценты балаларҙың үҙҙәрен генә һыу буйына ебәреү арҡаһында килеп тыуа.
Өлкәндәр күп булғанда, бәләкәстәр артынан бөтәһе лә күҙәтә тип, береһе лә ҡарамаҫҡа мөмкин. Һәр кем янындағы кешегә – башҡаларға ышана. Шуның өсөн һыу объекттары янында булғанда бәләкәстәр һәм үҫмерҙәр бер өлкән кеше менән контакт зонаһында булырға тейеш.
Балалар үҙҙәренең батып барғанын аңламай ҙа ҡала, шуға күрә ҡысҡырмай ҙа, шаптырламай ҙа, ҡулдарын да болғамай. Улар тыныс ҡына һәм тиҙ генә бата, ғәҙәттә 30 минут эсендә һыу эсенә китә.
Һыу инеү өсөн тәрән, тиҙ ағымлы һәм өйрөлмәкле урындарҙы һайламағыҙ. Бәләкәс кенә йылға ла хәүефле булырға мөмкин икәнен онотмағыҙ.
Балаларға матрац һәм түңәрәктәрҙә (баллон) йыраҡҡа йөҙөргә рөхсәт итмәгеҙ.
Бер ваҡытта ла ҡыҙҙарығыҙҙы һәм улдарығыҙҙы үҙҙәрен генә һыу объекттарына ебәрмәгеҙ.
Иң мөһиме – уларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ!
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сит балалар булмай! Бергәләп кенә беҙ уларҙы һыуҙағы фажиғәләрҙән һаҡлап ҡала алабыҙ!
Фәрит ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
Фото: Misanec.ru
Читайте нас: