Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2020, 11:13

Ямғыр яуған төндә

Ямғыр яуған төндәБеҙ уны бик оҙаҡ, зарығып көттөк, халыҡса әйткәндә ҡоҙа көткәндәй көттөк, инәлдек, саҡырҙыҡ, һағындыҡ, көҫәнек... Әммә ул килергә ашыҡманы, көттөрҙө, һағындырып- инәлтеп кенә килде. Кисә. Төнгө ҡунаҡ булып. Ҡәҙерле ҡунаҡ булып. Килеп етте лә тәҙрә сиртте. Эре тамсылары тәҙрә туҡылдатып тышҡа саҡырҙы. Артабан улар тыпылдап ҡыйыҡта бейене, һыуһаған япраҡтарҙың битен йыуҙы, ынйылары ялтырашып- баҙрашып үләндәр араһына һибелде. Соҡор- саҡыр ерҙәр күҙҙәй тулды, ямғырҙан һуң уларҙың көҙгөләй йөҙөндә шаян йондоҙҙар күҙ ҡыҫышты, аҙаҡ шунда төшөп һыу ҡойондо. Тамсылар сулпылай сылтыраны, сәйләндәй сәселде, мәрйендәй түгелде, көмөш ептәй йөҙөм тәлгәштәренә уралды, гәлсәр бөртөктәр сәскәләрҙе иркәләп үтте, унан тағы ла тәҙрәгә килде. Асыҡ тәҙрәнән бүлмәгә танһыҡ ямғыр еҫе инде. Сафлыҡ, ыуыҙ йәшеллек, үлән-сәскәләр, еүеш тупраҡ еҫе әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы хәтерләтте.

Ямғыр яуған төндә
Беҙ уны бик оҙаҡ, зарығып көттөк, халыҡса әйткәндә ҡоҙа көткәндәй көттөк, инәлдек, саҡырҙыҡ, һағындыҡ, көҫәнек... Әммә ул килергә ашыҡманы, көттөрҙө, һағындырып- инәлтеп кенә килде. Кисә. Төнгө ҡунаҡ булып. Ҡәҙерле ҡунаҡ булып. Килеп етте лә тәҙрә сиртте. Эре тамсылары тәҙрә туҡылдатып тышҡа саҡырҙы. Артабан улар тыпылдап ҡыйыҡта бейене, һыуһаған япраҡтарҙың битен йыуҙы, ынйылары ялтырашып- баҙрашып үләндәр араһына һибелде. Соҡор- саҡыр ерҙәр күҙҙәй тулды, ямғырҙан һуң уларҙың көҙгөләй йөҙөндә шаян йондоҙҙар күҙ ҡыҫышты, аҙаҡ шунда төшөп һыу ҡойондо. Тамсылар сулпылай сылтыраны, сәйләндәй сәселде, мәрйендәй түгелде, көмөш ептәй йөҙөм тәлгәштәренә уралды, гәлсәр бөртөктәр сәскәләрҙе иркәләп үтте, унан тағы ла тәҙрәгә килде. Асыҡ тәҙрәнән бүлмәгә танһыҡ ямғыр еҫе инде. Сафлыҡ, ыуыҙ йәшеллек, үлән-сәскәләр, еүеш тупраҡ еҫе әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы хәтерләтте.
Үәт элек, беҙҙең йәш ваҡыттарҙа, яуа ине ул! Бесәнгә төшһәң, ҡурҡып торола торғайны. Сабып ҡына һалһаң, башланыр ине аҡ ямғырҙар. Иртән көтөү ҡыуғанда ла, мал ҡаршылағанда ла телдәрҙә шул ғына- ҡасан туҡрай инде был ямғыры! Почталағы радио ла бар ауылға яңғыратып хәбәр итеп кенә тора- иртәгә урыны менән ямғыр яуасаҡ! Әсәйем көйә, урыны беҙҙең Аһҡараҙы инде! Ысынлап та урыны шул була торғайны. Башҡа ерҙә яумаһа ла, беҙҙең сабынлыҡ ҡоро ҡалмаҫ ине. Сабылған бесәндәр ҡарая, серей, юлдар тайғаҡлана, күктең төбө тишелгәнме ни- ҡоя ғына. Күк йөҙө дөмһәреп, аҫҡа төшә, баҫа, бар донъя еүешлектән шешенә, күбенә төҫлө тойола. Ҡабат ҡояш бер ваҡытта ла сыҡмаҫ һымаҡ. Әсәйҙең дә кәйефе юҡ, ямғырға һуҡрана. Барыһы ла яуынды әрләй. Тышҡа сыҡһаң, ауылда бысҡы тауышы. Хәҙер ҙә бысҡы тауышы ямғырҙы хәтерләтә миңә. Уныһы ла күптән танһыҡ тауышҡа әйләнһә лә.
Һуңғы ваҡыттарҙа ямғыр беҙҙә бик танһыҡ ҡунаҡ. Инәлтеп кенә килә, оҙаҡ тотҡарланмай.
Ямғыр шауын тыңлап, ҡыуаныстан йоҡлай алмай шундай уйҙар уйланды.
... Ҡәртәсәйем мәрхүмә менән ҡырға сыҡһаҡ, шишмәләрҙе байҡап, тыҡлығып ятҡан урындарын асып, таҙалап, һыуҙы ағыҙып ебәрә торғайны. “Һыуҙы быуһаң, көнаҫ (гөнаһ) була”,- тиер ине ул. “Ямғыр яумағанға шул кәрәк-кәрәкмәгәнгә быуып бөтөлгән быуалар ҙа ғәйепле микән әллә?” - тип уйлайым гел. Сәбәптәре лә бар, хатта күптер инде.
Шифалы ямғырҙар яуып торһон, игендәр уңһын, ергә бәрәкәт, ҡот ҡайтһын, тигән теләк- уйҙар килә күңелгә. Амин, шулай булһын!
Читайте нас: