22 һәм 23 июлдә ямғыр, урыны менән йәшен, көслө ҡойма ямғыр, урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Күк күкрәгәндә елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға тиклем етеүе ихтимал. Төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге — 500-1000 метр. Һауа температураһы төндә 10-15 градус, урыны менән 9 градусҡаса, көндөҙ 19-25 градус булыуы көтөлә.