Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2020, 12:28

Ҡарағат бәлеше

Ябай ғына, еңел генә әҙерләнә торған был ауылса бәлеш ҡапылғара берәйһе килеп төшкәндә бешерә һалыуға йәтеш. Ике-өс йомортҡаға бер стакан тулыр-тулмаҫ шәкәр, биш-алты аш ҡалағы көнбағыш майы, ярты стакан ҡатыҡ йә ойоған һөт, ҡабартҡыс йә аш һеркәһендә һүндерелгән сода, ҡаймаҡ ҡуйылығы булғасы он һәм ҡуш услап ҡарағат. Емештең төрлөһөн алһаң да була. Сейәнең генә төшөн таҙаларға кәрәк булыр. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә егерме минут- ярты сәғәт тирәһендә бешеп тә сыға.

Автор фотолары.
Читайте нас: