“Октябрь” ауыл хужалығы кооперативының Воскресенк бригадаһында “Ҡунаҡбаев иҫтәленә” сортлы ужым арышын сабырға иң беренсе булып “Челленджер” үҙйөрөшлө сапҡысында Зөлфәт Баймөхәмәтов (һүрәттә).
Ҡеүәтле “Акрос” комбайнында иген культураларын урып-йыйыу буйынса былтырғы йылдар чемпионы Валерий Кузьмин эшләй, “Нива-Эффект” та – Владимир Андреев, Николай Варнавский һәм Александр Ермолаев.
Комбайндарҙа йыйылған игенде токҡа “КамАЗ” водителдәре - Николай Васин, Андрей Троценко һәм Василий Полянский ташый.
Ужым баҫыуҙарындағы эштәрҙе теүәлләгәс, ауыл эшсәндәре борсаҡҡа төшәсәк.