Был йәй ҡоро. Күккә ҡарайым да:
«Яуыр әле, - тимен, - яуыр әле»
Рухым һүнгән саҡта сабыр итәм:
«Яныр әле, - тимен, - яныр әле»
«Ҡара төндөң ҡарынында аҡ таң
Атыр әле, - тимен, - атыр әле.
Мәңгелеккә киткән кешем бер саҡ
Ҡайтыр әле, - тимен, - ҡайтыр әле…»
Фото:
goodfon.ru