Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Июля 2020, 08:37

Ауылыбыҙ йәмен, ҡотон һаҡлап

Беҙҙең урам кешеләре... Алсаҡтар, кеселеклеләр, эшһөйәрҙәр һәм илһөйәрҙәр үҙҙәре! Дөрөҫ, бошмаҫыраҡ, туң йөрәклеләр ҙә юҡ түгел. Әммә Мораҡ ауылының күркәм юбилейы һәм Зауыҡлы биләмәләр йылында, әлбиттә, беренсе рәтте тулыландырған, бар яҡлап һоҡланғыс булған кешеләрҙе телгә алып, уларға ҡарата ихтирам-хөрмәт күрһәтке килә. Лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үткән Зөһрә Вәхитова менән Ирек Усмановтарҙың гел таҙалыҡ, бөхтәлек хакимлыҡ иткән йәмле йорт алдары һәм көләс йәйҙәрҙә гөл-сәскәгә, татлы емештәргә күмелгән баҡса-ихаталары – беҙҙең Коммунистик урамының бер сағыу биҙәге.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең урам кешеләре... Алсаҡтар, кеселеклеләр, эшһөйәрҙәр һәм илһөйәрҙәр үҙҙәре! Дөрөҫ, бошмаҫыраҡ, туң йөрәклеләр ҙә юҡ түгел. Әммә Мораҡ ауылының күркәм юбилейы һәм Зауыҡлы биләмәләр йылында, әлбиттә, беренсе рәтте тулыландырған, бар яҡлап һоҡланғыс булған кешеләрҙе телгә алып, уларға ҡарата ихтирам-хөрмәт күрһәтке килә.
Лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үткән Зөһрә Вәхитова менән Ирек Усмановтарҙың гел таҙалыҡ, бөхтәлек хакимлыҡ иткән йәмле йорт алдары һәм көләс йәйҙәрҙә гөл-сәскәгә, татлы емештәргә күмелгән баҡса-ихаталары – беҙҙең Коммунистик урамының бер сағыу биҙәге.
Парлашып ғүмер көҙҙәренә ҡарай атлаһалар ҙа, йөҙҙәрендә – йәйге ҡояш, йөрәктәрендә – яҙғы дәрт-ташҡын. Мораҡ ауылында тыумаһалар ҙа, алыҫ үткәндәрҙә ҡәҙерле ата-әсәләре йән төйәк иткән төбәкте ихлас яратып, үҙҙәренең күркәм булмыштары һәм тырышлыҡтары менән урамыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың йәмен, ҡотон арттыра улар.
Хеҙмәт ветераны исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтөүсе оптимистик рухлы яҙмабыҙ геройҙары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың киләһе һандарында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас