Мораҙым
+10 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
13 Июля 2020, 07:58

Бер ир көсөктө быуып маташҡан, ә аҙаҡ ташҡа һуҡҡан

Был хәл Стәрлетамаҡта булған. Эргәнән үтеп барған егеттәр ҡот осҡос күренешкә тап булған: бер ир көсөктө быуып маташҡан, ә һуңынан бөтә көсө менән ташҡа һуҡҡан. Улар хужанан көсөктө тартып алған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был хәл Стәрлетамаҡта булған. Эргәнән үтеп барған егеттәр ҡот осҡос күренешкә тап булған: бер ир көсөктө быуып маташҡан, ә һуңынан бөтә көсө менән ташҡа һуҡҡан. Улар хужанан көсөктө тартып алған.

Көсөк мөғжизә менән иҫән ҡалған - егеттәр уны ветеринария клиникаһына алып барған, уға система ҡуйғандар. Яйлап ул аңына килә башлаған.

— Был ирҙең 3 эте бар: берәүһе - инә, икәүһе - көсөк. Күршеләре әйтеүенсә, ҡайһы берҙә ул уларын да туҡмай. Һирәк ашата, эттәр кешеләрҙән ҡурҡа, бер кемгә лә яҡын килмәй, - тип һөйләне көсөктө үҙенә алырға хәл иткән егет. Ләкин теге осраҡтан һуң ул ирҙе башҡаса күрмәгән.

Хәҙер көсөк төҙәлә башлаған. Яңы хужаһы уға Рокки тигән ҡушамат биргән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас