1941 йылдың 22 июнь таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. Дүрт йылға һуҙылған һуғышта рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 млн-дан ашыу ғүмер өҙөлә, йөҙҙәрсә мең ҡала һәм ауыл ер менән тигеҙләнә.
Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмай.
1941 йылда беҙҙең ауылда 34 йорт иҫәпләнә. 34 өйҙән 66 ир-егет яуға китә. Уларҙың 34-е яу ҡырында ятып ҡала, араларында хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар. Әлеге көндә бер генә һуғыш ветераны ла иҫән-һау түгел. Тыл ветерандары сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә бара.
Беҙҙең ауылда һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Һуғыш осоро балаларының да күптәре мәрхүм. Шулай ҙа арабыҙҙа ауылыбыҙҙы йәмләп, йәштәргә, балаларға тере тарих булып матур өлгө, үрнәк күрһәтеп йәшәп ятыусы ололар бар әле. Уларҙың береһе - беҙҙең ауылға Бикбулат ауылынан килен булып төшкән Бәҙерниса инәй Буранбаева. Ул 1932 йылғы. Атаһының һуғышҡа китеүен бик яҡшы хәтерләй. “Атай, тиҙ ҡайт, йәме!” тип әйткәнем хәтерҙә ҡалған ти ул. Атаһы 6 ай буйы Дим биҫтәһендә хәрби әҙерлектә ятҡан. Ҡәрсәһе менән атаһының апаһы аҙыҡ-түлек йүнләп, уны күрергә баралар. Шул саҡта “Бер көн алдан килмәнегеҙ, Мәхмүт үлмәҫ ине”, тип атаһының әсенеп ултырғанын өләсәһе ҡайтҡас һөйләгән. Күрәһең, Мәхмүт исемле иптәше булғандыр. Бөтә ерҙә булған аслыҡ уларҙы ла урап үтмәгәндер. Бәҙернисә инәй ул йылдарҙа үлгән һыйырҙың ите өсөн ниндәй тартыш булыуын, малдың сыуынына тиклем әрәм итмәүҙәрен әле лә иҫләп ала, ул ауыр заманда йәшәгән йәштәштәрен йәлләп, көрһөнөп ҡуя.
Атаһы һуғышта 4 йыл да 8 ай йөрөп ҡайта. Бәҙерниса инәй атаһын ҙурайған ҡыҙ булып ҡаршы ала, “Атайымды барып ҡосаҡларға ла оялып торғаным иҫтә”, ти инәй. Шулай ҙа атаһы алып ҡайтҡан котелокты әллә ниндәй затлы әйберҙәй күреп, бөрлөгәнгә китә. Ғорурланып ҡыҙыл бөрлөгәнде йыя, атаһын тыуған яҡтың шифалы емештәре менән һыйлай.
Һуғыш бөткән тигән хәбәрҙе улар эштә, яланда саҡта ишетә. Барса халыҡ илаша, көлөшә, ҡыуаныша. Байрам хөрмәтенә он бүлеп бирәләр. Һуғыш бөтһә лә илгә лә, халыҡҡа ла еңеллек килмәй, уның эҙемтәләрен бөтөрөү, емерелгән-ватылғанды төҙәтеү айҙар, йылдар талап итә. “Атайлы булғас, һеҙгә йәшәүе еңелерәк булғандыр”, - тип һорайым инәйҙән ул йылдар тураһында күберәк белергә теләп. “Ҡайҙа инде, еткән ҡыҙҙы кем өйҙә эшһеҙ һалып ҡуйһын, сплавта ла эшләнем, ҡыш көндәре правлениеға, мәктәпкә яғырға йөрөнөм. Һәр ҡайһыбыҙ 4-шәр кубометр утын әҙерләп тапшырырға тейеш инек. Беҙ иптәштәр менән бер-беребеҙгә ярҙамлашып, күмәкләшеп эшләй торғайныҡ. Беҙҙең быуын бер көн, бер сәғәт эшһеҙ торманы. Береһен тамамлауға икенсеһенең сираты етә. Шулай эш менән үҫтек”, - ти инәй балалыҡ, йәшлек йылдарын иҫләп.
Бәҙерниса инәйҙең ут күршеһе – ауылдашыбыҙ Миңнур (Заһира) инәй Яйыҡбаеваның да балалыҡ йылдары һуғыш осорона тура килә. Ул 1939 йылғы. Атаһының һуғышҡа киткәнен иҫләмәй, бәләкәс булып ҡала. Ҡайтҡанын хәтерләй. “Ҡыш көнө ине. Өр-яңы шинелдә атайым ҡайтып төштө. Ҡыуанғаныбыҙ бөгөнгөләй хәтерҙә”, - тип хәтерләй ул. Был хәл 1943 йылдар тирәһендә була. Миңнур инәйҙең атаһының аяғы ҡаты яралы була. Ул ғүмерлеккә сатан булып ҡала. Шулай ҙа 1981 йылға тиклем йәшәй. “Атайым бик моңло кеше ине. Тауышы бик матур булды. Йырлаған йырҙарын, эш эшләгәндә һәр саҡ көйләп йөрөүе әле күҙ алдында”, ти ул.
1946 йылда Миңнур инәйҙең әсәһе үлеп китә. Атаһы икенсегә ҡатын ала. Инәйгә үгәй әсәй ҡулында үҫергә тура килә. “Гәзиттә һуғыш осоро, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар тураһында уҡыһам, хәс тә беҙҙең тормошто һүрәтләгәндәр, тип ҡуям. Эйе, берәүгә лә еңел булманы шул”, тип һөйләй ул.
Һуғыштан һуң илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуға ла күп көс һалынған. Ғүмерҙәре буйы намыҫлы эшләп, матур тормош көткән Бәҙерниса, Миңнур инәйҙәр әлеге матур тормошҡа ҡыуанып бөтә алмайҙар, һәр көнгә шөкөр итеп, башҡа һуғыш булмаһын тигән изге теләктә-ниәттә шөкөр итеп донъя көтәләр. “Элек тамаҡ ашҡа, өҫ кейемгә туйманы. Һауыт-һаба ла булманы, усаҡтағы ҡаҙанда аш бешереп, шуны артынса йыуа һалып алып, сәйен дә ҡайната инек. Ә һыйыр ағын эшкәртеп, балаларҙы ашатып, колхоз эшенә лә йүгерергә кәрәк”, - тип йәштәрҙең юҡлыҡҡа зарланыуына, эшһеҙ ултырыуҙарына ла аптырай оло быуын вәкмлдәре. Ә юҡсыллыҡ заманында улар юҡты бар итеп йәшәй белгән.
Бәҙернисә инәй оҫта тегенсе булды. Был кәсепкә ишле ғаиләне кейендерергә кәрәк булғанлыҡтан тотонғандыр ҙа инде. Балалары үҫә килә ауылдаштарына ла матур-матур күлдәктәр, кәрәк-яраҡтар тегеп бирә ине.
- Илебеҙ тыныс булһын, шундай матур көндәрҙә йәшәйбеҙ, тик бер аҙ ҡартайылды ғына, - тип көлөшәләр ауылымдың матур инәйәре. Бала саҡтары, йәшлек йылдары ауырлыҡта үтһә лә, әле етеш тормошта, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә, ҡыуаныс-шатлыҡтарын ғына күреп йәшәйҙәр улар – шуныһы ҡыуаныс.