Бикбулат ауылы матур ғаиләләре менән дан тота. Нәҡ бөгөн – Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә бер-береһенә булған йөрәк йылыһын, ихтирам хисен 40 йылдан ашыу йылдар дауамында ҡәҙерләп һаҡлап ҡала алған, эшкә һәм тормошҡа дәрте, күркәм булмыштары менән үҙҙәре тыуып-үҫкән төбәкте йәмләп йәшәүсе Разифа һәм Бикбулат Сафиндарҙы телгә алмау мөмкин түгел.
Һөйөп-баҡҡан алты балаһына ла лайыҡлы тәрбиә биреп, һәр береһен һөнәрле итер өсөн ҙур тырышлыҡ һалған изгелекле ата-әсә ғәжәйеп ҡунаҡсыллығы, алсаҡлығы менән арбай. Икеһе лә ғүмерҙәренең шәп сағын совхозда дөйөм дәүләт, халҡы мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған: Разифа апай һыйыр һауып, сөгөлдөр утаһа, Бикбулат Ғиниәт улы ғүмер баҡый водитель һөнәренә тоғро ҡала. Районда иң тәүгеләрҙән булып “Әсәлек даны” миҙалына эйә булған Разифа Заһретдин ҡыҙы менән хәстәрлекле ғаилә башлығының йәштәргә әйтер һүҙе:
- Ғүмерҙәр күҙ асып йомған арала үтә лә китә. Шул ҡыҫҡа ғына ваҡытта бер-береңдең ҡәҙерен белеп, ауырлыҡтарға сабыр итеп, парлап татыу йәшәүҙәрҙән дә олораҡ бәхет юҡ был донъяла!
Эйе, парлы ғүмер – үҙе оло бәхет! Йәшлектә биргән ант-вәғәҙәләргә тоғролоҡ һаҡлап, көләс йәйҙәрҙә лә, сал көҙҙәрҙә лә мәңге бергә ҡалығыҙ!
Ә иҫ киткес эшһөйәр, киң күңелле, татыу Сафиндар ғаиләһе тураһында тулыраҡ яҙмабыҙ баҫмабыҙҙың 54-се һанында донъя күрҙе лә инде.