Ҡотлобаевтарҙың ҡотло нәҫеле
Мәҡсүт ауылы өлгөлө, матур ғаиләләре, уңған халҡы менән дан тота. Ҡотлобаевтар ҙа шундайҙарҙың береһе.
Резеда апайҙы, оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән, һәр ваҡыт сәхнә өҫтөндә, район, республика саралары уртаһында ҡайнаған кеше булараҡ, барыһы ла беләлер. Ә бына уның тормош иптәше Салауат ағай тураһында “ағас ене ҡағылған” ти ауылдаштары. Ябай ғына ағас киҫәгенән бынамын тигән кәрәкле йорт йыһазы эшләп ҡуя ул. Өҫтәл булһынмы, ултырғыс, һандыҡ, сәңгелдәк, умарта, һырлап тәҙрә рамдары, семәрләп ишек, мискә, ҡымыҙ көбөһө һәм башҡа нәмәләрҙе бик оҫта итеп, еренә еткереп, сынъяһау итеп эшләй алтын ҡуллы ағай. Балта оҫтаһы бураған мунсаларҙың, япҡан ҡыйыҡтарҙы, ҡапҡаларҙың иҫәбе-һаны юҡтыр.
Әллә ниндәй мал-мөлкәт тә тупларға ынтылмай, дан-шөһрәт артынан да сапмай, тыныс ҡына, үҙе тыуып үҫкән ергә берегеп, яҡындарын, ауылдаштарын ҡул эштәре менән һөйөндөрөп, халыҡҡа кәрәкле булып ысын ирҙәрҙә донъя көтә. Салауат ағай ауылдаштары араһында абруйлы, хөрмәтле уҙаман.
Хаҡлы ялда булһа ла, бер тик ултырмай, ишек алдында ул эшләгән беседкалар, эскәмйәләр, сәскәлектәр биҙәй.