Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙыҡай өләсәһе һәм 8 йәшлек ағаһы менән мунсала булған. Ниндәйҙер мәлдә өләсәй ейәнсәренең юҡлығын һиҙеп ҡалған һәм уны эҙләй башлаған. Күпмелер ваҡыттан һуң уның кәүҙәһе бассейн төбөндә табылған.