Мораҙым
+1 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
7 Июля 2020, 18:32

Башҡортостанға субтропик йылы килә

Республикала был аҙна эҫе булырға вәғәҙәләй, тип фаразлай Башгидрометүҙәк синоптиктары.«Субтропик йылы таралыуға бәйле алдағы көндәрҙә температураның норманан 4-7 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала был аҙна эҫе булырға вәғәҙәләй, тип фаразлай Башгидрометүҙәк синоптиктары.
«Субтропик йылы таралыуға бәйле алдағы көндәрҙә температураның норманан 4-7 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Аҙна аҙағында төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы 14-19-ҙан 17-23 градусҡаса күтәрелә, көндөҙ +28, +33-тән +31, +36-ға тиклем», — тип хәбәр ителә метеохеҙмәт сайтында.
Шул уҡ ваҡытта республикабыҙ өсөн максималь һауа температураһының +38 градусҡа тиклем һәм унан юғарыраҡ күтәрелеүе үтә эҫелек критерийы булып тороуы билдәләнә.
Аҙна һуңына эҫе бер аҙ һүрелә. Һауа температураһы түбәнәйә: төндә +13,+18, көндөҙ +26,+30, көньяҡта +34 градусҡа тиклем. Һалҡын фронт үткән саҡта республиканың төньяҡ райондарында йәшенле ҡойма ямғыр, урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы, көслө ел иҫеүе ихтимал.
Фото: karatu.ru
Читайте нас