Кисә “Терра Башкирия” республика турнирына әҙерләнеү сиктәрендә Ишбирҙе ауыл биләмәһе территорияһында аттарҙы һайлап алыу ат-спорт турниры үтте. Унда райондың ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси хужалығында ат тотоусылар ҡатнашты, ярыш башҡорт, яҡшыртылған тоҡомло һәм эш аттары араһында барҙы. Сара тураһында тулыраҡ беҙҙең киләһе һандарҙа буласаҡ.