Мораҙым
+11 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
4 Июля 2020, 05:56

Ғүмер ҡыҫҡа!.. Донъя шундай матур

Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин,Көнөм — эштә, эштә — төндәрем,Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй,Таштан ҡаты, ятһам, мендәрем.Ғүмер ҡыҫҡа!.. Донъя шундай матур,Артҡан һайын арта ҡәҙере.Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк,Алмаҫ элек мине ҡәберем.Тоям инде: ул көн килеп етер,Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең:Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп,Эшләһәң, һин эшлә емереп!Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын,Дошманыңдың йәне туңғанын,Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһың,Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның.Р.Ғарипов.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин,
Көнөм — эштә, эштә — төндәрем,
Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй,
Таштан ҡаты, ятһам, мендәрем.
Ғүмер ҡыҫҡа!.. Донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере.
Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк,
Алмаҫ элек мине ҡәберем.
Тоям инде: ул көн килеп етер,
Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең:
Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп,
Эшләһәң, һин эшлә емереп!
Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын,
Дошманыңдың йәне туңғанын,
Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһың,
Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның.
Р.Ғарипов.
Читайте нас