Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
3 Июля 2020, 13:57

Бөйөк Еңеүгә ул да үҙ өлөшөн индергән

Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75-се яҙын ҡаршылап, йәмле йәйҙәренә лә аяҡ баҫты. Ана шул дәһшәтле йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны, Бикбулат ауылында йәшәүсе Мөхәмәтзакир Сафин ошо көндәрҙә үҙенең иҫтәлекле ғүмер байрамын – 90 йәшен билдәләй.

Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75-се яҙын ҡаршылап, йәмле йәйҙәренә лә аяҡ баҫты. Ана шул дәһшәтле йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны, Бикбулат ауылында йәшәүсе Мөхәмәтзакир Сафин ошо көндәрҙә үҙенең иҫтәлекле ғүмер байрамын – 90 йәшен билдәләй.
Атайыбыҙҙың бала сағы ул йылдарҙағы бик күп үҫмерҙәрҙеке кеүек ауыр саҡтарға тура килә. 4 кенә йәшендә ул атайһыҙ, әсәләре алты бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Мөхәмәтзакирға 11 йәш булғанда илебеҙҙә һуғыш башланып китә. Ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы беҙҙең атайыбыҙ ҙа күтәрешә, әле уйнап ҡына йөрөрлөк сағы булыуға ҡарамаҫтан ауыр эшкә егелә.
Оло ағаһы Әхмәтғарифты Алкиноға хәрбиҙәр әҙерләгән курстарға ебәрәләр. Улар унда 2-3 ай хәрби күнекмәләр үткәндәр. Атайымдың һөйләүе буйынса әсәләре мохариҙар киптереп, аҙыҡ-түлек алып, улын күрергә барған. Улар шул тиклем ас, өҫ кейемдәре туҙып, тишелеп бөткән, тип ҡайтып илай-илай һөйләгән ҡәрсәй. Икенсегә барғанында уларға хәрби кейемдәр таратып. Һуғышҡа оҙатырға йөрөгәндәр. Ҡәрсәй улын шул күреүҙән башҡа күрә алмаған. Әхмәтғариф Украина фронтына эләккән. Днепр йылғаһы өсөн ҡаты алышта фашист пуляһы эләгеп, батырҙарса һәләк булған, Украина ерендә ерләнгән.
Атайым башланғыс класты ғына бөтөрә ала, ир-аттар һуғышҡа китеп бөткәс, колхоз, совхоз, ғөмүмән, бөтә эш ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәргә тороп ҡала. Улар һабан артына баҫып, ер ҙә һөрә, ат малын һуғышҡа оҙатып бөткәс, хатта үгеҙ, һыйыр егеп эшләргә мәжбүр була. Ҡул салғыһы менән бесән сапҡандар, ураҡ урып, көлтә бәйләгәндәр, ырҙынға иген ташығандар, эшкәрткәндәр. Ҡышын фермаларға, малға бесән ташығандар, мал ҡарағандар. Бөтәһе лә еңеү өсөн, бөтәһе лә фронт өсөн көн тимәй, төн тимәй эшләгәндәр.
Ул йылдар атайым һәм уның йөҙәрләгән, меңәрләгән егет-ҡыҙҙарҙың күңелендә михнәтле, ауыр йылдар булараҡ иҫтәрендә ҡалған. Тмаҡтары ашҡа, өҫтәре кейемгә туймаған, уйнап-көлөп кенә йөрөр урынға улар алсыҡтан интегеп, ауыр эштән миктәп көн күргән. –
- Ашарға ниндәй ярай, шуларҙың барыһын да йыйҙыҡ, - тип һөйләй ул үҙенең ейән-ейәнсәрҙәренә. - Бер тоҡ алабута алып ҡайтып, уны киптереп, елгәрһәң бер ус ҡына тороп ҡала, шуны онға ҡушып икмәк бешерә торғайнылар, - тип хәтерләй ул үҙенең мең михнәтле бала сағын.
13-14 йәшендә уларҙы – ауылдағы бер төркөм үҫмерҙәрҙе әртилгә урман ҡырҡырға йәлеп иткәндәр. Тубыҡтан ҡар, көрт кисеп, ҡул бысҡыһы менән йыуан-йыуан ағастарҙы яуҙарғандар. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем ал-ял белмәй эшләгәндәр.
Егет ҡорона еткәс, Мөхәмәтзакир Өмөтбай ауылы ҡыҙы Разифа Аллағужинаға өйләнә. Йәш ғаилә Бикбулатта төпләнә, матур итеп донъя көтә, хөкүмәт эшенә лә өлгөрә. Донъяларына йәм өҫтәп, ҡот биреп бер-бер артлы 7 балаһы донъяға килә. Балаларына матур тәрбиә, белем биреп, һәр береһен һөнәрле итеп оло юлға сығаралар. Рәфис, Рәмилә, Рәшиҙә, Рәшит, Зифа, Зәки – һәр береһе үҙ яртыһын табып, матур ғаиләләр ҡороп, үҙ донъяларын булдырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төпсөк ҡыҙҙары ғына бик йәшләй генә был яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Ул ҡайғыларҙы ла ата-әсәйебеҙ сабыр ғына үткәрҙе, ни тиклем ауыр булһа ла йәшәргә, эшләргә үҙәрендә көс тапты. Ҡәҙерле әсәйебеҙҙең дә фани донъяларҙан китеүенә 13 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Ҡәҙерле кешеһен юғалтыу ҡайғыһы атайыбыҙҙың һаулығын ныҡ ҡына ҡаҡшатты. Әммә һуғыш михнәттәрен, ауырлыҡтарын күреп үҫкән быуын вәкиле – атайыбыҙ үҙендә артабан йәшәргә көс тапты. Ҡәҙерле кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙгә терәк-таяныс, кәңәшсе булып, тағы ла оҙаҡ йылдар бергә йәшәргә, Еңеүҙең матур юбилейҙарын тағы ла күрергә насип булһын!
Рәмилә Кинйәбаева.
Бикбулат ауылы.
Читайте нас