Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Июля 2020, 15:29

Прокуратура Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһын тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итте

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрель башында Башҡортостандың төп дауаханаһында коронавирус инфекцияһы таралды. Йөҙләгән хеҙмәткәр сирләне, бер нисә кеше вафат булды, дауахана пациенттар һәм персонал менән бергә карантинға ябылды.Киң мәғлүмәт сараларында баҫылған хәбәрҙәрҙән һуң Башҡортостан прокуратураһы дауаханала тикшереү башланы. Тикшереү һөҙөмтәләре:

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрель башында Башҡортостандың төп дауаханаһында коронавирус инфекцияһы таралды. Йөҙләгән хеҙмәткәр сирләне, бер нисә кеше вафат булды, дауахана пациенттар һәм персонал менән бергә карантинға ябылды.

Киң мәғлүмәт сараларында баҫылған хәбәрҙәрҙән һуң Башҡортостан прокуратураһы дауаханала тикшереү башланы. Тикшереү һөҙөмтәләре :

— дауахана хеҙмәткәрҙәре тейешле кимәлдә шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителмәгән (битлектәр, костюмдар һәм башҡалар.);

— дауахананан тыш пневмония асыҡланған һәм Covid-19 билдәләре булған сирлеләрҙе айырым урынлаштырмағандар. Уларға коронавирусҡа тест эшләмәгәндәр;

— Республика дезинфекция үҙәгенә февралдә үк башланған инфекция ауырыуҙарының артыуы тураһында хәбәр ителмәгән;

— прокуратура дауахананан тыш пневмония осраҡтары хаҡында мәғлүмәттәрҙең тап килмәү факттарын асыҡлаған;

— Республика клиник дауаханаһы етәкселеге хеҙмәткәрҙәрҙең һаҡланыу сараларын тейешенсә ҡулланыуын контролдә тотмаған, шул иҫәптән коронавирус менән сирләгән пациенттар ятҡан бүлексәләргә ингәндә;

Тикшереү йомғаҡтары буйынса 24 вазифалы кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Дауахананың баш табибы Эльза Сыртланова тикшереү тамамланғансы уҡ үҙ теләге менән эштән китте.

Бынан алда тәфтишселәр енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙан баш тартҡайны, ләкин Башҡортостан прокуратураһы бал ҡарарҙы ғәмәлдән сығарҙы. Материалдар өҫтәмә тикшереүгә ебәрелде.

Сығанаҡ: Башинформ
Фото: Артур Сәлимов/ Mkset.ru
Читайте нас