Мораҙым
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Июля 2020, 09:26

Бер хат тарихы

Бер хат тарихыҒәрәпсә яҙылған был хат интернет киңлектәрендә күренеп ҡалғас, иғтибар итмәй булдыра алманым. Ҡыҙыҡһына, төпсөнә торғас, ул Бикбулат ауылында тыуып үҫеп, яуҙа шәһит киткән Кәшәф Ғәббәс улы Алдашевтың тәүге һәм һуңғы хаты булыуы асыҡланды.Бөтә ил Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Әминә Әҙелғужина ул хатты башҡортсаға тәржемә итте. Бына уның йөкмәткеһе.“ Хат башыҺеҙгә ғиззәтле булып тороусы ҡарт бажамМөхәмәтйәнгә. Ҡайынбикәм белән икегеҙ тигеҙ йәшәгеҙ тип күптин-күп сәләмдәремде ебәреп ҡалам.Һәм дә ҡарт ҡәйнәмә күптин-күп сәләм. Балдыҙым Сәмәрәгә күптин-күп сәләм. Ҙур ҡыҙым Менәүәрәгә күптин-күп сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Һәм дә бәләкәй ҡыҙым Миңлехәтимәгә күптин-күп сәләм. Һәм дә улым Миңлезаһирға күптин-күп сәләм. Туғаным Миңлебикәгә күптин-күп сәләм. Ҡыҙым Маһинурға күптин-күп сәләм. Ағайыңдан сәләм тип әйтегеҙ Бикәгә. Ғәҙелша бажам менән балдыҙым Шәрифъямалға күптин-күп сәләм. Балалары менән ҡайынеңгәләргә береһен дә ҡалдырмайса күптин-күп сәләм. Сәләм шуның менән тамам.Мине һораһағыҙ, мин иҫән-һау йөрөйөм. Әле Ленинград обласында. Армия сафында райондан бер үҙем. 23 ноябрҙә Янбаев Хәкимйәнде күреп һөйләштем. Бер егерме минут самаһы. Иҫән-һау йөрөй икән. Әле һеҙҙән бер хат алғаным юҡ. Үҙем бик күп хат яҙам. Әллә бер хат алғанығыҙ юҡ мәллә? Минең балалар ҡайҙа торғанын белмәйем. Көндә хат көтөп ҡалам һеҙҙән. Ошо хатты алғас та, тиҙлек менән хат яҙығыҙ. Хуш. Хат яҙығыҙ.Бажаң Кәшәф Ғәббәс улы Алдашев.7 декабрь, 1942 йыл.Мин адрес түбәндә яғылған булыр, шуның менән хат яҙығыҙ. 839 полевая почта.Часть 133.”

Бер хат тарихы
Ғәрәпсә яҙылған был хат интернет киңлектәрендә күренеп ҡалғас, иғтибар итмәй булдыра алманым. Ҡыҙыҡһына, төпсөнә торғас, ул Бикбулат ауылында тыуып үҫеп, яуҙа шәһит киткән Кәшәф Ғәббәс улы Алдашевтың тәүге һәм һуңғы хаты булыуы асыҡланды.
Бөтә ил Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Әминә Әҙелғужина ул хатты башҡортсаға тәржемә итте. Бына уның йөкмәткеһе.
“ Хат башы
Һеҙгә ғиззәтле булып тороусы ҡарт бажам Мөхәмәтйәнгә. Ҡайынбикәм белән икегеҙ тигеҙ йәшәгеҙ тип күптин-күп сәләмдәремде ебәреп ҡалам.
Һәм дә ҡарт ҡәйнәмә күптин-күп сәләм. Балдыҙым Сәмәрәгә күптин-күп сәләм. Ҙур ҡыҙым Менәүәрәгә күптин-күп сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Һәм дә бәләкәй ҡыҙым Миңлехәтимәгә күптин-күп сәләм. Һәм дә улым Миңлезаһирға күптин-күп сәләм. Туғаным Миңлебикәгә күптин-күп сәләм. Ҡыҙым Маһинурға күптин-күп сәләм. Ағайыңдан сәләм тип әйтегеҙ Бикәгә. Ғәҙелша бажам менән балдыҙым Шәрифъямалға күптин-күп сәләм. Балалары менән ҡайынеңгәләргә береһен дә ҡалдырмайса күптин-күп сәләм. Сәләм шуның менән тамам.
Мине һораһағыҙ, мин иҫән-һау йөрөйөм. Әле Ленинград обласында. Армия сафында райондан бер үҙем. 23 ноябрҙә Янбаев Хәкимйәнде күреп һөйләштем. Бер егерме минут самаһы. Иҫән-һау йөрөй икән. Әле һеҙҙән бер хат алғаным юҡ. Үҙем бик күп хат яҙам. Әллә бер хат алғанығыҙ юҡ мәллә? Минең балалар ҡайҙа торғанын белмәйем. Көндә хат көтөп ҡалам һеҙҙән. Ошо хатты алғас та, тиҙлек менән хат яҙығыҙ. Хуш. Хат яҙығыҙ.
Бажаң Кәшәф Ғәббәс улы Алдашев.
7 декабрь, 1942 йыл.
Мин адрес түбәндә яғылған булыр, шуның менән хат яҙығыҙ. 839 полевая почта.Часть 133.”
Читайте нас