Мораҙым
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
30 Июня 2020, 06:45

Тағы ла айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) тураһында

Республика халҡынан айлыҡ аҡсалата компенсацияға (ЕДК) ҡағылышлы һорауҙар ҙа бик күп алына. Белеүегеҙсә, федераль законға ярашлы, 1 июлдән ташламаға эйә булыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) ысынбарлыҡтағы сығымы күләменә ҡарап алыуға күсә. Беҙҙең республикала уларҙың һаны 500 меңдән ашыу. Быға тиклем уларға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн аныҡ билдәләнгән сумма түләнеп килде.

Республика халҡынан айлыҡ аҡсалата компенсацияға (ЕДК) ҡағылышлы һорауҙар ҙа бик күп алына.
Белеүегеҙсә, федераль законға ярашлы, 1 июлдән ташламаға эйә булыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) ысынбарлыҡтағы сығымы күләменә ҡарап алыуға күсә. Беҙҙең республикала уларҙың һаны 500 меңдән ашыу. Быға тиклем уларға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн аныҡ билдәләнгән сумма түләнеп килде.
Был нимәне аңлата? Льготаға эйә булған һәр гражданға, уның торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн күпме аҡса түләгәнен иҫәпкә алып, өҫтәмә аҡса, йәғни ЕДК шәхсән билдәләнәсәк. Әле социаль хеҙмәттәр тарафынан ошо йүнәлештәге эш – иҫәпләүҙәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла.
Бында һәр кем шуны аңларға тейеш: компенсация күләме фәҡәт торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләнгән сығымға бәйле буласаҡ. Мәҫәлән, әгәр кеше был маҡсатта бер тин дә аҡса сарыф итмәһә, тимәк, уға ЕДК түләнмәйәсәк. Түләүҙәрҙе билдәләгәндә ҡулланыу нормативтары һәм тораҡ майҙандың социаль нормалары ла иҫәпкә алынасаҡ.
Тағы ла шуға иғтибар итергә кәрәк: был түләүҙәр пенсия менән бәйле түгел, ул бары тик пенсия менән бергә таратыла ғына.
Был түләүҙәр кемгә тейеш – барыһа ла уларҙы аласаҡ.
Фото: poglyad.tv
Читайте нас