Бөгөн Өфөлә Govid-19 пандемияһынан һуң беренсе офлайн-форум үткәрелә. 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” тип аталған йыйында урбанистика мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡ.
Коронавирус хәүефенән һуң аңыбыҙҙа ла, йәшәйешебеҙҙә лә үҙгәрештәр буласағы билдәле. Форумдың матбуғат хеҙмәтендә ошо ысынбарлыҡтан сығып, ҡала киңлектәре һәм биләмәләр менән дәүләт идара итеүендә яңы һыҙаттарҙы асыҡлау һәм фекер алышыу өсөн Өфөгә власть, бизнес вәкилдәре, потенциаль инвесторҙар килеүен белдерҙеләр. Атап әйткәндә, баш ҡалабыҙҙағы оло йыйында Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев, Фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков, Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Ирина Яровая, Ростуризм етәксеһе Зарина Догузова, Мәскәүҙең экс-вице-мэры Сергей Капков, “Сколково” Мәскәү идара итеү мәктәбе президенты Андрей Шаронов һәм башҡа федераль спикерҙар, сит илдәрҙең урбанистика белгестәре ҡатнаша.
Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, сара Бөтә донъя күргәҙмәләр индустрияһы хәүефһеҙлегенең яңы махсус стандарттары буйынса үтәсәк.
Бынан алда МИЦ “Известия” матбуғат үҙәге майҙанында үткән онлайн-конференцияла сығыш яһап, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты урбанистика үҙәге етәксеһе Сергей Капков йыйындың үҙенсәлектәрен түбәндәгесә билдәләгәйне:” Беҙҙең форум – реаль эштәр биләмәһе. Шуға күрә беҙ ҡатнашыу өсөн шәхси ҡиммәтле экспертиза үткәргән спикерҙарҙы, урбанистика һәм ҡалалар үҫеше теоретиктарын, үҫеш институтын һәм бизнес вәкилдәрен генә саҡырманыҡ. Беҙ программаның өстән бер өлөшөнән күберәген Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә тормошҡа ашырылған проекттар тәшкил итеүен мөһим тип иҫәпләнек”.
Донъяны ялмаған пандемия һүрелгәндән һуң ҡалалар үҫешенә, уларҙың йәшәү өсөн уңайлы, хәүефһеҙ, зауыҡлы булыуына ҙур иғтибар биреләсәге билдәле. Коронавирус һабаҡтары беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте, ти бөгөн эре ҡалалар мэрҙары. Тәүге һабаҡ – тәбиғәт менән гармонияла йәшәү, экологияны һаҡлау стратегияһын үҫтереү. Икенсе мөһим мәсьәлә - хәүефһеҙлек. Өсөнсөһө- халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, ҡала мөхитен уңайлы итеү һәм башҡа мөһим хәл итәһе бурыстар.
20-30 йылдан һуң ҡалаларыбыҙҙың нисек буласағын бөгөндән яҡшы күҙ алдына килтерергә, стратегик үҫешен күпкә алда күҙалларға, архитектура ҡомартҡыларын, һыу сығанаҡтарын һаҡларға саҡыра эксперттар. Форум барышын утыҙға яҡын илдең абруйлы белгестәре, сәйәсмәндәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, архитекторҙары телекүпер ярҙамында күҙәтәсәк.
Башҡортостандың киләсәк үҫеше өсөн форумдың ҙур этәргес буласағына шик юҡ, өҫтәүенә республикабыҙҙың да башҡалар менән уртаҡлашыр тәжрибә өлгөләре, яңы проекттары етерлек. Форумды үткәреү өсөн Башҡортостандың һайланыуы осраҡлы түгел, ул - Рәсәйҙә ҡалалар һәм бәләкәй тораҡтарҙы тотороҡло үҫтереү, төҙөкләндереү өлкәһендә алдынғыларҙың береһе. Быйылғы ҡатмарлы хәлдәргә ҡарамаҫтан, республика милли һәм төбәк проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра. Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан Башҡортостан - ике мәҙәниәттең ҡеүәтен, диалогын кәүҙәләндергән символ да. Уның күп милләтле халҡы зауыҡлы, хәүефһеҙ һәм экологик ҡала мөхитендә йәшәүгә лайыҡлы.
Фото: "Торатау" конгресс-холы сайты.