Мораҙым
+25 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
29 Июня 2020, 13:55

Һынамыштар

Июлдең өсөндә төшкөлөктән ел иҫһә – һабан ашлығы уңа.Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.Ҡурай еләге менән ҡайын еләге күп булһа, киләһе йылда арыш уңыр.Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.

Июлдең өсөндә төшкөлөктән ел иҫһә – һабан ашлығы уңа.
Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
Ҡурай еләге менән ҡайын еләге күп булһа, киләһе йылда арыш уңыр.
Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.
Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.
Йәйғорҙоң ике яҡ башы ла һыуға төшһә – ямғыр яуыр, тауҙа булһа – аяҙ булыр.
Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
Иртән үлән ҡоро булһа – төнөн ямғыр яуыр.
Үрмәксе ау үрергә тотонһа ү көндәр аяҙға булыр.
Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, был йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр, һәр кемгә рәхәтлек килер.
Июль – йәйҙең иң кәттә айы, тән үә йөрәк майы.
Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.
Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.
Эт ҡомда аунаһа, көндәр яуынға тартыр.
Өйлә мәлендә әтәс ҡысҡырһа, һауа торошо алмашыныр.
Бал ҡорттары умартанан бик иртә осоп сыҡһа, көн аяҙ булыр.
Иртән бал ҡорттары умартанан сыҡмайынса шаулашһа, төш ваҡытында ямғыр ҡойор.
Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит- ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.
Сиңерткәләр кис ныҡ сырылдаһа, һауа яҡшырыр.
Бал ҡорттары умарталыҡ тирәләй сәбәләнеп осһа, ямғыр көтөгөҙ.
Балыҡтар ямғыр алдынан уйнаусан.
Һауала нәжәғәй уйнаһа, иген уңыр.
Ҡояш ҡыҙарып байыһа, елләп ямғыр яуыр.
Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
Читайте нас