+18 °С
Облачно


Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумлыҡ түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итте ТАСС.
«Өс йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүҙәр йәки 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләү алған ата-әсәләргә яңынан ғариза бирергә кәрәкмәй. Уларға аҡса Пенсия фонды ҡарамағында булған мәғлүмәттәр нигеҙендә күсерелә», — тип билдәләнә Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте белдереүендә.