Бөгөн экологик проблема киҫкенләшә. Тирә-яҡтың сүп-сар менән бысраныуы экологик һәләкәткә килтереүе ихтимал. Был - ҙур ҡалалар ғына түгел, ауылдар өсөн дә хас проблема. Шуға күрә райондар ҙа бының менән әүҙем шөғөлләнә.
Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев быйыл уҡ ауылдар биләмәһен мөмкин тиклем күберәк контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин итергә ҡушты. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары быға бик яуаплы ҡараны. Иғлан ителмәгән ярышта беренселекте Баҡалы ауыл биләмәһе яуланы. Ошо көндәрҙә бында 13 контейнер майҙансығын ҡуйыу эше тамамланды.
Бында “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы бик ярҙам иткән. Уның сиктәрендә дүрт ауыл биләмәһендә 53 контейнер майҙансығын әҙерләп, унда 111 контейнер ҡуйыу планлаштырыла. Был маҡсатта федераль бюджеттан 2,8 миллион һум аҡса бүленгән.
Ауылдарҙа дөйөм йыйылыштар үткән һәм халыҡ был майҙансыҡтарҙың ҡайҙа урынлашасағын үҙҙәре билдәләгән. Аукцион һөҙөмтәләре буйынса подрядсы ойошма асыҡланған, улар – “Сельэнергосервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Алты кешенән торған бригада ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эштәрҙе башҡарған да. Металл профнастил менән сикләп алынған бетонлы нигеҙ ыҡсым ғына архитектур ҡоролмаға әйләнгән. Бынан ары контейнерҙағы сүп-сар ситкә таралып ятмаясаҡ. Майҙансыҡҡа теләһә ниндәй һауа шарттарында ла яҡын килеп, сүпте бысранмай ғына ташларға була.
Предприятие етәксеһе белдереүенсә, яҡын көндәрҙә тәгәрмәсле яңы тимер контейнерҙар киләсәк. Уларҙы Дияш ауыл биләмәһе контейнер майҙансыҡтарына ҡуясаҡтар.
“Баҡалы районында сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу 2019 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Беҙ был эшкә баштан уҡ яуаплы ҡараныҡ, ваҡытлы сүплектәр билдәләп торҙоҡ. Ә яҙ, йәй миҙгеле етеү менән контейнер майҙансыҡтарын эшләй башланыҡ. Беҙ төбәк операторы “Экология Т” йәмғиәте менән килешеп эшләйбеҙ, улар һәр ваҡыт беҙҙең теләктәр һәм тәҡдимдәрҙе иҫәпкә ала. Халыҡ та был яңылыҡтарҙы ыңғай ҡабул итте. Был аңлашыла ла, тирә-яҡ таҙа, матур, сүпте полигонға алып барыу кәрәкмәй. Быларҙың барыһы ла ауылдарҙа ла уңайлы йәшәүгә булышлыҡ итәсәк”, – тине Баҡалы районы хакимиәте башлығы Р. Хәйҙәров.
Төбәк операторының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса пландарына ярашлы, 2021 йылда Баҡалыла сүп-сарҙы сорттарға бүлә торған станция булдырыу күҙаллана. Бында ҡалдыҡтар эре һәм ваҡҡа бүленәсәк. Цех Туймазы ҡалаһында урынлашасаҡ ҙур ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар эшкәрткән комплекстың бер өлөшө буласаҡ.
Был эштәрҙең барыһы ла “Экология” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Тап “сүп-сар реформаһы” уның төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Фото: bakaly.bashkortostan.ru