Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
25 Июня 2020, 11:39

Ветерандарға - бүләк

Райондың алты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – Мораҡтан Әхмәтйән Рәхим улы Кәримов, Нәбиулла Хәбибулла улы Хәкимов, Александр Иванович Жувасин, Ибраһим ауылынан Тимербулат Әбүбәкер улы Йосопбаев, Подгорныйҙан Сергей Афанасьевич Винников, Мәҡсүттән Сулпан Килмөхәмәт улы Хәлитовтарға “Берҙәм Рәсәй” партияһы, “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм Рәсәйҙең ҡеүәтле кәрәҙле элемтә операторҙары тарафынан бүләккә бушлай бәйләнешле кәрәҙле телефон тапшырылды.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ветерандарға бүләктәрен тапшырып, уларҙың йәшәү шарттары, һаулығы менән ҡыҙыҡһынды, уларға изге теләктәрен еткерҙе.
- Ветерандар мәнфәғәтен ҡайғыртыу – ул тоташ тарихҡа иғтибар, ихтирам күрһәтеү, яугирҙар ҡаһарманлығы алдында баш эйеүгә бәрәбәр. Телефонлы булыу уларға һәр ваҡыт туғандары, балалары, социаль хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнештә торорға булышлыҡ итер, - тине Ғайса Ғилметдин улы.
Бүләк тапшырыу тантанаһында шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Фәймә Аҡъюлова менән ауыл хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.
Гөлдәр АБДУЛЛИНА.
Читайте нас