Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
25 Июня 2020, 09:47

Сысҡандар әүҙемләшә

Республикала бауыр синдромлы геморрагик биҙгәк сире менән ауырыусылар һаны арта башлаған. Яҙҙың иртә килеүе, көндәрҙең йылы тороуы ла уның таралыуына булышлыҡ иткән. "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, ғинуар-май айҙарында 37 ауырыу осрағы теркәлгән.

Республикала бауыр синдромлы геморрагик биҙгәк сире менән ауырыусылар һаны арта башлаған. Яҙҙың иртә килеүе, көндәрҙең йылы тороуы ла уның таралыуына булышлыҡ иткән. "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, ғинуар-май айҙарында 37 ауырыу осрағы теркәлгән.
- 100 мең кешегә 3,26 осраҡ тура килә. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был һан 32 процентҡа күберәк. Өфөлә генә 10 кеше геморрагик биҙгәк менән ауырыған, - ти "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Зөлфиә КАМАЕВА.
Белгестәр санитария ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә. Баҡса йорттарын, келәттәрҙе йоғошһоҙландырыу, бүлмәләрҙе туҙан туҙҙырмай һыу менән йыуыу мөһим. Әгәр ҙә үҙегеҙҙә сирҙең тәүге билдәләрен тойһағыҙ, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Сысҡан биҙгәге – ҡаты ауырыу, медицина учреждениеһына ни тиклем иртәрәк барһағыҙ, шул тиклем тиҙерәк һауығырһығыҙ. Был ауырыуға ҡаршы вакцина әлегә уйлап табылмаған.
Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре сысҡан һәм башҡа кимереүселәрҙең һанын билдәләү өсөн даими рәүештә тикшереүҙәр ойоштора.
– Йәйге мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, тикшерелгән 81 мең гектар майҙандың 41 мең гектарында сысҡан оялары табылған. Ужым культураларының бер гектарында 46 оя иҫәпләгәндәр. Сысҡандарҙың иң күбеһе республиканың көньяҡ райондарында теркәлгән. Бында бер гектар майҙанда 940 оя табылған. Шуға урман-ҡырҙарға сыҡҡанда һаҡ булығыҙ, – тип иҫкәртә үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Садиҡова.
Читайте нас