Мораҙым
+18 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
25 Июня 2020, 16:15

Көслө рухлы быуындан улар

Йәмле Түкәт ауылында пар аҡҡоштар төшөрөлгән зәңгәр ҡапҡалы ыҡсым йорттоң хужалары ла тормоштоң бар шатлыҡ-ҡыуанысын һәм михнәтен уртаҡ итеп, алты тиҫтәнән артыҡ йылдарын пар аҡҡоштарҙай бергә-бергә татыу ғүмер кисергән һоҡланғыс кешеләр. Улар - тотош илебеҙ һәм халҡыбыҙ иңенә төшкән һуғыш ҡасафатын үҙ елкәһендә татып, иртә бала саҡтан ғүмерҙәрен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған, һәр яҡлап йәш быуынға өлгө булырлыҡ көслө рухлы быуындан. Һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән һәм уларҙы үҙ өлгөһөндә эшһөйәр, кешелекле итеп үҫтергән Ғәйниямал менән Сәғитйән Ғәҙелбаевтар үҙҙәренең олпат йәшенә ҡарамаҫтан, һаман да дәртле йөрәкле, тормошҡа яҡты ҡарашлы, ифрат алсаҡ һәм ихластар.

Йәмле Түкәт ауылында пар аҡҡоштар төшөрөлгән зәңгәр ҡапҡалы ыҡсым йорттоң хужалары ла тормоштоң бар шатлыҡ-ҡыуанысын һәм михнәтен уртаҡ итеп, алты тиҫтәнән артыҡ йылдарын пар аҡҡоштарҙай бергә-бергә татыу ғүмер кисергән һоҡланғыс кешеләр. Улар - тотош илебеҙ һәм халҡыбыҙ иңенә төшкән һуғыш ҡасафатын үҙ елкәһендә татып, иртә бала саҡтан ғүмерҙәрен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған, һәр яҡлап йәш быуынға өлгө булырлыҡ көслө рухлы быуындан.
Һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән һәм уларҙы үҙ өлгөһөндә эшһөйәр, кешелекле итеп үҫтергән Ғәйниямал менән Сәғитйән Ғәҙелбаевтар үҙҙәренең олпат йәшенә ҡарамаҫтан, һаман да дәртле йөрәкле, тормошҡа яҡты ҡарашлы, ифрат алсаҡ һәм ихластар.
Герой-Әсә – Ғәйниямал Шәрифйән ҡыҙының йәштәргә еткерәһе килгән һүҙҙәре, теләктәре лә бар:
- Беҙ бәләкәйҙән эш менән сынығып үҫтек. Аслыҡ йылдарында ғаиләбеҙҙе ҡурсалар атайҙарыбыҙ булмағас, балтырғанын, ҡаҡы, ҡуҙғалағын йыйып булһа ла тамаҡты үҙебеҙ ҡайғыртып, ашын таба белдек, балалар үҫтергәндә кәзә-һарығын күпләп аҫрап, йон иләп һәм шәл бәйләп һатып та аҡса эшләргә тырыштыҡ, колхоз эшендә лә өлгөрҙөк. Бына, аяҡтар аҡрынайған саҡта ла, һаман әле тик торғо килмәй, үҙеңдеке шифалыраҡ тип, ҡорт ҡарарға тырышабыҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт икәнлеген йәштәр онотмаһын ине, эш һөймәһәң, ашың да булмай. Тағы ла: тормошта татыулыҡ, сабырлыҡ кәрәк. Ике йәтим ике ситтә йөрөмәһен тип ун алтым да тулмаҫ борон димләп кейәүгә биргәндәр ине, шөкөр, матур, татыу йәшәнек, кеше көлдөрмәнек. Ғүмерҙәр тиҙ үтә, бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп матур йәшәгеҙ!
Булдыҡлы ул-ҡыҙҙары изгелекле ата-әсә өсөн ныҡлы терәк булып тора. Айырыуса яҡында, Мораҡ ауылында, йәшәүсе Гөлнур ҡыҙҙары менән Фәрит кейәүҙәре. Хәйер, 40 йыл ғүмерен медицина өлкәһендә намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған Гөлнур Әмирханованы тирә-яҡта белмәгән кешеләр һирәктер. Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, тигәндәре шулдыр, күрәһең...
Түкәт ауылының ҡотон һаҡлап йәшәүсе көслө быуын вәкилдәре – тәрән ихтирамға лайыҡ Ғәҙелбаевтар тураһында яҙмабыҙҙы баҫманың йома һанында уҡығыҙ.
Читайте нас