Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2020, 12:27

Әсәйҙәргә – хөрмәт һәм ихтирам

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән районыбыҙҙа йәшәүсе күп балалы әсәләр - Дауыт-Ҡайып ауылынанҠарабаева Зөлфиә Фәһим ҡыҙы менән Мерәүешленән Байтимерова Ольга Владимировна “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды.23 июндә район мәҙәниәт һарайындағы никах теркәү залында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев уларға мәртәбәле наградаларын тантаналы шарттарҙа тапшырҙы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән районыбыҙҙа йәшәүсе күп балалы әсәләр - Дауыт-Ҡайып ауылынанҠарабаева Зөлфиә Фәһим ҡыҙы менән Мерәүешленән Байтимерова Ольга Владимировна “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. 23 июндә район мәҙәниәт һарайындағы никах теркәү залында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев уларға мәртәбәле наградаларын тантаналы шарттарҙа тапшырҙы.
Дауыт-Ҡайып ауылы ҡыҙы Зөлфиә Фәһим ҡыҙы менән Әлимғол ауылы егете Кәрим Миңлемулла улының ғаиләһендә 6 бала – Зарина, Карина, Айзилә, Алтынай, Азалия һәм Ғайсар тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Зарина Өфө финанс-иҡтисад колледжының 1-се курсын тамамлаһа, ҡалғандары Теләүембәт мәктәбе уҡыусылары, ә иң кесе ҡыҙҙары Азалия быйыл беренсегә барһа, Ғайсарға әлегә 3 кенә йәш.
Мерәүешле ауылында ғүмер итеүсе Ольга Владимировна менән Рәил Рәшит улы Байтимеровтар 7 балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкәндәре – Аделина, Рузил, Рәмзил, Риана Йомағужа урта блем биреү мәктәбендә белем ала, кеселәре - Ивелина, Рәсил, Ильвина әлегә әсәләре менән өйҙә.
- Бөтә байлығыбыҙ ҙа шунда, улар – беҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныс та, алдағы көндәргә ышаныс та, терәк-таянысыбыҙ ҙа, - ти әсәйҙәр. - Һәр бала — үҙе бер айырым донъя. Балаларыбыҙҙың һәр береһе һөйөп-һөйөлөп кенә үҫһен, бәхетле булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ.
Розалия ИСҠУЖИНА,
Читайте нас: