Мораҙым
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июня 2020, 09:05

Кәзә һөтө

Кәзә һөтө – ҡиммәтле сифаттарға эйә булған бик шәп эсемлек. Ул бигерәк тә балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн файҙалы. Иң мөһиме – кәзә һөтөнә аллергия булмай. Сабыйҙар өсөн ул, ҡиммәте буйынса әсә һөтөнән ҡала, икенсе аҙыҡ булып тора.

Был һөттө дөрөҫ эсә белергә кәрәк. Яңы ғына һауылған һөт иң файҙалыһы. Уны көнөнә ике тапҡыр эсергә мөмкин. Балаларға биргәндә, саҡ ҡына ҡайнатылған һыу ҡушырға кәрәк. Һөттөң файҙаһы уны айырым ҡулланғанда нығыраҡ һиҙелә. Тимәк, үҫмерҙәр һәм ололар өсөн һөткә бер нәмә лә ҡушмау отошло. Кәзә һөтөнән ҡаймаҡ, май, ҡымыҙ, эремсек, сыр, брынза эшләргә мөмкин.
Кәзә һөтөндәге майҙар еңел үҙләштерелә. Һөттө эсеп, 20 минут үтеүгә, аҙыҡ тулыһынса эшкәртелеп бөтә. Яңы һауып алынған һөт бактерицид сифаттарға эйә. Унда, һыйыр һөтөнән айырмалы рәүештә, биологик әүҙем матдәләр күп.
Һөт составында кальций, фосфор кеүек минераль матдәләрҙең күп булыуы һөйәк туҡымаһының үҫешенә булышлыҡ итә. Был һөттө өшөгәндә, үпкәләрҙе дауалағанда ла тәҡдим итәләр. Шулай уҡ ул гепатит, ашҡаҙан сей яраһы, астма кеүек сирҙәрҙән ҡотҡара. Эс китеүҙе дауалағанда ла кәзә һөтөн эсергә була.
Читайте нас