Мораҙым
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июня 2020, 09:10

Ат сабыштарын яратыусылар иғтибарына!

4 июлдә иртәнге 11-ҙә (урындағы ваҡыт буйынса) “Терра Башкирия” республика турнирына әҙерләнеү сиктәрендә Ишбирҙе ауыл биләмәһе территорияһында аттарҙы һайлап алыу ат-спорт турниры үтә.

4 июлдә иртәнге 11-ҙә (урындағы ваҡыт буйынса) “Терра Башкирия” республика турнирына әҙерләнеү сиктәрендә Ишбирҙе ауыл биләмәһе территорияһында аттарҙы һайлап алыу ат-спорт турниры үтә:
- урындағы башҡорт тоҡомло;
- урындағы эш аттары;
- урындағы яҡшыртылған тоҡомло аттар араһында.
Турнирға Күгәрсен районының ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси хужалығында ат тотоусылар саҡырыла. Ветеринария справкалары буйынса 8-937-160-3877 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.
Турнир программаһы:
1. Урындағы яҡшыртылған тоҡомло аттарҙың 2400 метр дистанцияға сабышы – М.А.Айбасовтың призына;
2. Урындағы эш аттарының 2400 метр дистанцияға сабышы – крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы С.И.Тужилкиндың призына;
3. 2 йәшлек аттарҙың 1200 метрға сабышы – район хакимиәтенең йәштәр бүлеге призына;
4. Башҡорт тоҡомло аттарҙың 1400 метрға сабышы – район хакимиәте башлығы призына;
5. Бәйге – ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһы ла 5 километрға ярыша, “Утар” йәмғиәте призына.
Коронавирус инфекцияһына бәйле, турнир тамашасыларһыҙ үткәрелә.
Ойоштороу комитеты:
“Утар” йәмғиәте – т.8-927-358-3588, Р.Ҡорбанаев – т.8-927-089-5319.
Читайте нас