Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
23 Июня 2020, 08:09

Конституция ирекмәндәре эш башланы

Күгәрсен районында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында мәғлүмәт биреү буйынса эш башланды. “Мәрхәмәтле йөрәк” район ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Лилиә Рафиҡова әйтеүенсә, әлеге көндә районда 18 Конституция ирекмәне теркәлгән. Уларҙың барыһы ла махсус әҙерлек үтеп, сертификат алған. Әйткәндәй, улар пандемия осоронда оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек ташыуҙа ярҙам итте. Конституция ирекмәндәренең төп бурысы – халыҡты Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырыу, улар 15 июндән 1 июлгә ҡәҙәр эшләйәсәк. Ирекмәндәрҙең Мәғлүмәт үҙәге Мораҡ ауылы, Зәйнәб Биишева урамы, 104 адресы буйынса - “Берҙәм хеҙмәтләндереү үҙәге” бинаһында урынлашҡан, мәғлүмәт таратыу үҙәк майҙанда ла башҡарыла.Башҡорт дәүләт университетының физик-техник институтында медицина физикаһы йүнәлеше буйынса 2-се курста уҡып йөрөгән Дарья Сергеева ла ирекмәндәр отрядында. Мораҡ башҡорт гимназияһында уҡып йөрөгәндә үк ул “Мәрхәмәтле йөрәк” ойошмаһына ҡабул ителде, район, республика кимәлендәге форумдарҙа әүҙем ҡатнашты. Студент ҡыҙыҡай дистанцион уҡыу осоронда ла ирекмәнлек менән шөғөлләнде, әлеге йәйге ял ваҡытын да халыҡ файҙаһы өсөн үткәреү ниәте менән Конституция ирекмәне булып теркәлгән.

Читайте нас