-Һуғыш башланғанда беҙ Йомағужала һабантуй яланында инек, һабантуй яланынан һуғышҡа яраҡлы ир-егеттәрҙе тура военкоматҡа алып киттеләр, беҙ бала-сағалар, илаша-илаша ҡайтып киттек, - тип хәтерләй ул. - Атайымды һуғышҡа алып киттеләр,әсәйем дүрт бала менән яңғыҙ тороп ҡалды. Ирҙәр һуғышҡа киткәс, колхоздағы барлыҡ эштәр ҡатын-ҡыҙҙар елкәһенә төштө. Аттарҙы һуғышҡа алдылар, әсәйҙәр үгеҙ егеп иген сәсте, беҙ, эшкә ярағаныраҡ балаларҙы, яланға борсаҡ сәсергә алып киттеләр. Бер бала алдан нәҙек кенә таяҡ менән төртөп бара, арттағыһы шул соҡорға борсаҡ һалып, күмеп бара. шулай итмәһәң ҡарғалар сүпләй. Эштән ҡайтҡас әсәйҙәр атҡолаҡтан ыумас бешереп ашыртҙар ине. Колхоз яландарында көҙөн башаҡ йыйҙыҡ, бәрәңге сүпләнек, йәй ялан аяҡ йөрөнөк. Көҙгә ҡарай абзыйым сабата үреп бирҙе, шуны кейеп эшкә сыға инем. Ул йылдарҙағы ғазаплы тормошто һөйләп тә, яҙыпта бөтөрлөк түгел. Беҙ күргәнде балалар күрмәһен, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһендәр.
Әле Йәүриә инәйгә 84 йәш, ул биш бала үҫтергән, Ялсы ауылында йәшәй.Ҡыҙғанысҡа күрә ире һәм бер улы яҡты доньяларҙа юҡ инде. Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән Йәүриә инәйгә иҫәнлек-һаулыҡ,тыныс тормош теләйбеҙ.