Мораҙым
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
22 Июня 2020, 08:03

Петуния

Күптәр яратып үҫтергән петуния сәскәһенең дә файҙаһы тураһында яҙып үтәйек. Мәҫәлән, шәмәхә (филолетовый) төҫөндәге сәскәләр. Шәмәхә төҫө мейе эшмәкәрлеген көйләй, күҙҙәр өсөн файҙалы, кеше организмында “шатлыҡ” гормоны (эндорфиндар) барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә, нерв, ҡан күҙәнәктәренә ыңғай йоғонто яһай, ауыртыуҙы “баҫа”, ижади һәләтте, ижади әүҙемлекте арттыра. Шәмәхә төҫө күҙәтсе, ҡарауылсы ролен башҡара. Белем, мәғлүмәт туплау һәләтенә эйә, балҡыш, йылылыҡ, ҡөҙрәт менән һуғара.Петуния шулай уҡ бөтә төр ҡоротҡостарға, айырыуса, ҡуҙаҡлыларҙы яратҡан бөжәктәргә ҡаршы көрәшеүсе сәскә. Баҡсала редис, кәбеҫтә, дайкон кеүек йәшелсәләр сирләмәһен тиһәң, эргәһенә мотлаҡ рәүештә ошо сәскәне ултыртығыҙ.

Күптәр яратып үҫтергән петуния сәскәһенең дә файҙаһы тураһында яҙып үтәйек. Мәҫәлән, шәмәхә (филолетовый) төҫөндәге сәскәләр. Шәмәхә төҫө мейе эшмәкәрлеген көйләй, күҙҙәр өсөн файҙалы, кеше организмында “шатлыҡ” гормоны (эндорфиндар) барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә, нерв, ҡан күҙәнәктәренә ыңғай йоғонто яһай, ауыртыуҙы “баҫа”, ижади һәләтте, ижади әүҙемлекте арттыра. Шәмәхә төҫө күҙәтсе, ҡарауылсы ролен башҡара. Белем, мәғлүмәт туплау һәләтенә эйә, балҡыш, йылылыҡ, ҡөҙрәт менән һуғара.
Петуния шулай уҡ бөтә төр ҡоротҡостарға, айырыуса, ҡуҙаҡлыларҙы яратҡан бөжәктәргә ҡаршы көрәшеүсе сәскә. Баҡсала редис, кәбеҫтә, дайкон кеүек йәшелсәләр сирләмәһен тиһәң, эргәһенә мотлаҡ рәүештә ошо сәскәне ултыртығыҙ.
Читайте нас