Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
22 Июня 2020, 07:01

Бәрхәт гөлө

Күҙҙең яуын алып торған сағыу төҫлө гөл-сәскәләр кешегә эстетик ҡәнәғәтлек кенә биреп ҡалмай, ә ысын мәғәнәһендә йәнгә лә, тәнгә лә сихәт биреүсе көскә эйә. Төҫө лә, еҫе лә кеше организмы өсөн, баҡтиһәң, шифалы икән. Төҫтәр менән дауаланыу төрө –төҫтәр терапияһы (цветотерапия) бик борон барлыҡҡа килгән, Мысырҙа, Ҡытайҙа, Һиндостанда таралған булған. Төҫтәр менән дауалау ысулы хәҙерге заманда ла киң ҡулланылышта. Бәрхәт сәскәнең төҫө көнсығышта ҡояш төҫө менән сағыштырыла һәм кәйеф күтәреү көсөнә эйә, шәхестең абруйын күтәрә, ғаилә ҡороуҙы, атай-әсәй ҡыуанысын татыуҙы, нәҫел ебен дауам итеүҙе тормошҡа ашыра. Башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойғоһон үҫтерә. Был төҫ шулай уҡ кешенең эске ағзалары –талаҡ, ашҡаҙан аҫты биҙе, тын юлдары, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен яҡшырта, йәшәртә, кәйефте көйләй, депрессия, стресс кеүек заман сирҙәренән үҙенсәлекле дауа булып тора. Ә бәрхәт сәскәһенең еҫе иһә һауалағы паразиттарҙы ҡыуа, төнәтмәһе лә үрҙә әйтеп үтелгән эске ағзаларға ифрат файҙалы.

Читайте нас