Мораҙым
+20 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
22 Июня 2020, 05:23

Бөгөн - Хәтер көнө

Хәтерләйек, иптәш!Ултыр, әйҙә, иптәш, ҙур көн бөгөн,Ал урының өҫтәл артынан.Дүрт йыл елкә баҫҡан һуғыш йөгөн,Ҡарҙа йөҙгән саҡты һалҡында –Хәтерләйек.Хаҡыбыҙ бар беҙҙең хәтерләргә,Онотмаҫҡа быны тейешбеҙ,Донда тирҙән күлдәк серегәнен,Пинск һаҙлығында еүеште –Онотмайыҡ.Курск далаһында бер һалдатҡаКүпме металл дошман һипкәнде,Үҙебеҙ эсмәй өс көн пулеметҡаТамсы һыуҙы бүләк иткәнде –Хәтерләйек.Харьков баҡсалары сәскә атып,Әле лә беҙҙе саҡыра кеүектәр,Шунда бомба аҫтында цепта ятып,Дуҫлашҡайныҡ аҙмы егеттәр!Онотмайыҡ.Аҙна буйы ҡарҙа аунаһаҡ та,Шаяра һәм көлә белгәнде,Ете бож(о)ра менән солғанһаҡ та,Еңелеү, бирелеү уйға килмәүе –Хәтерләйек.Славяндар беҙҙе Вислала,Эльбала ла көткән саҡтарҙы,Һыу эскәнен Шпрее, Дунайҙа лаАғиҙелдә үҫкән аттарҙың –Онотмайыҡ.Ҡарт Тарастан йәш Олегҡа тиклемБөтөн Ватан яуға торғанды,Дары ҡаралтҡанын аҡ ҡар битен,Саф намыҫлы кешеләр тыуғанды –Хәтерләйек.Ҡан-тир тамған изге был ерҙәрҙәГүзәл булған өсөн бөгөнгө,Беҙ тейешбеҙ быны хәтерләргә,Оноторға тейеш түгелбеҙ.Онотмайыҡ!Ғилемдар РАМАЗАНОВ.

Хәтерләйек, иптәш!
Ултыр, әйҙә, иптәш, ҙур көн бөгөн,
Ал урының өҫтәл артынан.
Дүрт йыл елкә баҫҡан һуғыш йөгөн,
Ҡарҙа йөҙгән саҡты һалҡында –
Хәтерләйек.
Хаҡыбыҙ бар беҙҙең хәтерләргә,
Онотмаҫҡа быны тейешбеҙ,
Донда тирҙән күлдәк серегәнен,
Пинск һаҙлығында еүеште –
Онотмайыҡ.
Курск далаһында бер һалдатҡа
Күпме металл дошман һипкәнде,
Үҙебеҙ эсмәй өс көн пулеметҡа
Тамсы һыуҙы бүләк иткәнде –
Хәтерләйек.
Харьков баҡсалары сәскә атып,
Әле лә беҙҙе саҡыра кеүектәр,
Шунда бомба аҫтында цепта ятып,
Дуҫлашҡайныҡ аҙмы егеттәр!
Онотмайыҡ.
Аҙна буйы ҡарҙа аунаһаҡ та,
Шаяра һәм көлә белгәнде,
Ете бож(о)ра менән солғанһаҡ та,
Еңелеү, бирелеү уйға килмәүе –
Хәтерләйек.
Славяндар беҙҙе Вислала,
Эльбала ла көткән саҡтарҙы,
Һыу эскәнен Шпрее, Дунайҙа ла
Ағиҙелдә үҫкән аттарҙың –
Онотмайыҡ.
Ҡарт Тарастан йәш Олегҡа тиклем
Бөтөн Ватан яуға торғанды,
Дары ҡаралтҡанын аҡ ҡар битен,
Саф намыҫлы кешеләр тыуғанды –
Хәтерләйек.
Ҡан-тир тамған изге был ерҙәрҙә
Гүзәл булған өсөн бөгөнгө,
Беҙ тейешбеҙ быны хәтерләргә,
Оноторға тейеш түгелбеҙ.
Онотмайыҡ!
Ғилемдар РАМАЗАНОВ.
Читайте нас