Мораҙым
+18 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
21 Июня 2020, 06:58

Эремсектән запеканка

Бөгөн һеҙгә эремсектән запеканка рецебын тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн ярты килограмм эремсек, дүрт аш ҡалағы ҡаймаҡ, ярты стакан манный ярмаһы, ике аш ҡалағы шәкәр, бер йомортҡа, өс аш ҡалағы ирегән аҡ май, бер семтем ваниль, йөҙөм кәрәк.Әҙерләй башлайбыҙ. Башта эремсеккә йомортҡаны, ҡаймаҡты, манный ярмаһын, шәкәрҙе, аҡ майҙы, ваниль менән йөҙөмдө һалып һәйбәтләп болғатабыҙ. Шунан мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 35-40 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.Өҫтәлгә бирер алдынан ризыҡты һыуытып, ҡаймаҡ өҫтәргә мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын!

Бөгөн һеҙгә эремсектән запеканка рецебын тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн ярты килограмм эремсек, дүрт аш ҡалағы ҡаймаҡ, ярты стакан манный ярмаһы, ике аш ҡалағы шәкәр, бер йомортҡа, өс аш ҡалағы ирегән аҡ май, бер семтем ваниль, йөҙөм кәрәк.
Әҙерләй башлайбыҙ. Башта эремсеккә йомортҡаны, ҡаймаҡты, манный ярмаһын, шәкәрҙе, аҡ майҙы, ваниль менән йөҙөмдө һалып һәйбәтләп болғатабыҙ. Шунан мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 35-40 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.
Өҫтәлгә бирер алдынан ризыҡты һыуытып, ҡаймаҡ өҫтәргә мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас