Мораҙым
+15 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
21 Июня 2020, 07:11

Һай, афарин, санъяптар!

Ҡырҡмаһа ҡырҡ мәшәҡәт менән йәшәгән йәй көндәрендә Санъяп ауыл биләмәһе халҡы йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, үткән йомала улар күмәкләп Санъяпта урынлашҡан мәсеттең тирә-яҡын яңынан кәртәләп ҡуйған.

Ҡырҡмаһа ҡырҡ мәшәҡәт менән йәшәгән йәй көндәрендә Санъяп ауыл биләмәһе халҡы йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, үткән йомала улар күмәкләп Санъяпта урынлашҡан мәсеттең тирә-яҡын яңынан кәртәләп ҡуйған. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәниә Ғәлина әйтеүенсә, “Аллаға шөкөр.... Бөгөн дә көнөбөҙ файҙалы эштәр менән үтте. Йома көндө сауаплы эш башҡарҙыҡ - Санъяп ауыл мәсетенең ҡоймаларын алыштырҙыҡ. Өмә ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Санъяп, Ҡасҡын ауылы ир-егеттәре был изге эшкә үҙ өлөштәрен индерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы - улар өмәлә ҡатнашыусыларҙы йылы сәйҙәре, пирожки-тәмлекәстәре менән һыйланы. Барығыҙға ла рәхмәт!”
Читайте нас