Мораҙым
+25 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
18 Июня 2020, 12:30

КӘҢӘШ

Сикәңдәге күҙ йәштәрең – Йәнемдә ярам... Үҙеңде уйламағанды Уйлама, балам! Сәсеңдән һыйпап, ҡулыңды Ҡулыма алам... Үҙеңде ҡәҙерләмәгәнгә Өҙөлмә, балам! Күҙҙәреңдә һағыш ҡына, Мин эстән янам: Үҙеңде һағынмағанды Һағынма, балам! Яратҡандың гонаһы юҡ – Яҡлайһың һаман... Үҙеңде яҡламағанды Яҡлама, балам! Әрәм итмә хистәреңде Лайыҡ түгелгә! Бәхет үҙе эҙләп килер Сабыр күңелгә. Ваҡыт үҙе иҫбат итер Минең хаҡлыҡты, Ысын яратҡан баһалар Һинең сафлыҡты. Көт, сабыр ит! Һине генә Уйлап йәшәйем, Ышан: һиңә насар кәңәш Бирмәҫ әсәйең! Ҡат-ҡат әйтеп, күңелеңә Ойотҡо һалам: Үҙеңде яратмағанды Яратма, балам! Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Сикәңдәге күҙ йәштәрең –
Йәнемдә ярам...
Үҙеңде уйламағанды
Уйлама, балам!

Сәсеңдән һыйпап, ҡулыңды
Ҡулыма алам...
Үҙеңде ҡәҙерләмәгәнгә
Өҙөлмә, балам!

Күҙҙәреңдә һағыш ҡына,
Мин эстән янам:
Үҙеңде һағынмағанды
Һағынма, балам!

Яратҡандың гонаһы юҡ –
Яҡлайһың һаман...
Үҙеңде яҡламағанды
Яҡлама, балам!

Әрәм итмә хистәреңде
Лайыҡ түгелгә!
Бәхет үҙе эҙләп килер
Сабыр күңелгә.

Ваҡыт үҙе иҫбат итер
Минең хаҡлыҡты,
Ысын яратҡан баһалар
Һинең сафлыҡты.

Көт, сабыр ит! Һине генә
Уйлап йәшәйем,
Ышан: һиңә насар кәңәш
Бирмәҫ әсәйең!

Ҡат-ҡат әйтеп, күңелеңә
Ойотҡо һалам:
Үҙеңде яратмағанды
Яратма, балам!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Читайте нас