Мораҙым
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Июня 2020, 06:08

Беҙҙең ауыл мәҙәге

Ямғырҙы туҡтат! Көндәр ҡоро тороп, ер дымға сарсағас, ямғыр теләү йолаһы, шул йола менән бергә бер мәҙәк хәл дә иҫкә төштө. Бер апай һөйләгәйне. Етмеш нисәнсе йылдарҙа була был хәл. Ныҡ ҡоро булып киткәс колхоздың бригадиры (коммунист),бороңғоса уҡый белгән бабайҙан, ямғыр теләү йолаһын башҡарыуын һораған. Теге бабай бер нисә оло кешене йыйып, йола уҙғарып,таштарҙы йылғамы - күлме төбөнә һалған. Бына бер заман ямғырҙар яуа башлаған, бесән эшләргә лә, иген игергә лә бирмәй, яуа ла яуа ти. Хәҙер теге бригадир теге ҡартҡа барып: “Бабай, таштарыңды күл төбөнән кире ал, туҡтат ямғырҙы”, -ти икән.Бабай: “Һуң, күл төбөндәге таштарҙы нисек табайым?” –тип аптырап киткән. “Теләһәң нишлә, ямғырҙы ғына туҡтат!”-тип үҙенсә бойороп киткән ти ҡартҡа бригадир.

Ямғырҙы туҡтат!
Көндәр ҡоро тороп, ер дымға сарсағас, ямғыр теләү йолаһы, шул йола менән бергә бер мәҙәк хәл дә иҫкә төштө. Бер апай һөйләгәйне. Етмеш нисәнсе йылдарҙа була был хәл. Ныҡ ҡоро булып киткәс колхоздың бригадиры (коммунист),бороңғоса уҡый белгән бабайҙан, ямғыр теләү йолаһын башҡарыуын һораған. Теге бабай бер нисә оло кешене йыйып, йола уҙғарып,таштарҙы йылғамы - күлме төбөнә һалған. Бына бер заман ямғырҙар яуа башлаған, бесән эшләргә лә, иген игергә лә бирмәй, яуа ла яуа ти. Хәҙер теге бригадир теге ҡартҡа барып: “Бабай, таштарыңды күл төбөнән кире ал, туҡтат ямғырҙы”, -ти икән.
Бабай: “Һуң, күл төбөндәге таштарҙы нисек табайым?” –тип аптырап киткән. “Теләһәң нишлә, ямғырҙы ғына туҡтат!”-тип үҙенсә бойороп киткән ти ҡартҡа бригадир.
Читайте нас