Ибрай ауылында йәшәгән Земфира апай Тазиеваның да гөл-сәскәләр үҫтереүгә маһир икәнлеген беләбеҙ. Вәлимә апайҙың ут күршеһе ул. Тормош юлдашы Ринат ағай менән улар тәүҙә Үзбәкстанда йәшәй, Алина, Альбина, Әлиә исемле матур ҡыҙҙарға атай-әсәй булыу бәхетенә өлгәшәләр.
- Беҙ бала саҡта әсәйебеҙ сәскәләр үҫтерҙе. Ниндәйе генә булманы! 92-се йылда Үзбәкстандан бында ҡайтҡас, күрше-тирәләр менән алмашып, төрлө гөлдәр, сәскәләр йыйып алдым. Бүлмә гөлдәренән миләүшә, ярангөл, ҡына гөлдәрен яратам, петунияларҙы ла һауытҡа ғына ултыртып үҫтерәм. Былтыр ауыл байрамы үткәйне, шуға тип айырыуса тырышып үҫтергәйнек.
Сәскәләрҙән тыш дарыу үләндәрен дә йыйып алам. Юл япрағы, йәш ҡайын, ҡарағат япраҡтарын киптереп алам. Алмағас япрағынан да сәй әҙерләйем,-ти Земфира апай.