Мораҙым
+18 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Июня 2020, 08:37

Һыу инеү ҡағиҙәләре

Ҡулайлаштырылған урындаһыу инегеҙ. Ҡала ерендә махсус пляждар булдырылһа ла, ауыл ерендә бындай урындаға әллә ни иғтибар ҙа биреп бармайҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шулай ҙа, урындағы биләмә башлыҡтары был тәңгәлдә лә ниҙер эшләргә тейештер, минеңсә.Билдәһеҙ урында һыу төшөргә тырышмағыҙ. Ғәмһеҙ генә сылтырап ятҡан йылға төбөндә ниндәй ҡурҡыныс ятҡанын билдәләп булмай. Һыу инер алдынан шул тирәне ентекләп өйрәнегеҙ. Ҡапыл-ғара һыуға ырғымағыҙ, аҫта таш, тимер киҫәге ятыуы ихтимал.Эскән килеш һыу инергә ярамағанлығы тураһында һөйләп тороу артыҡтыр. Кем әйтмешләй, иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан. Берәйһе бата башлаһа, иң алда физик хәлегеҙҙе самалағыҙ. Ҡотҡарам тип, икегеҙ ҙә һыу төбөнә китмәҫһегеҙме? Батып барыусыны ҡосаҡлап алырға ярамай. Ул ҡотҡарыусыға йәнтәслим йәбешеп, йөҙөргә ҡамасаулаясаҡ. Ул саҡта ике кеше лә батасаҡ. Иң яҡшыһы – сәсенән, кейеменән һөйрәргә кәрәк.Дауамы - сайтта:

Һыу инеү ҡағиҙәләре:
Ҡулайлаштырылған урындаһыу инегеҙ. Ҡала ерендә махсус пляждар булдырылһа ла, ауыл ерендә бындай урындаға әллә ни иғтибар ҙа биреп бармайҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шулай ҙа, урындағы биләмә башлыҡтары был тәңгәлдә лә ниҙер эшләргә тейештер, минеңсә.
Билдәһеҙ урында һыу төшөргә тырышмағыҙ. Ғәмһеҙ генә сылтырап ятҡан йылға төбөндә ниндәй ҡурҡыныс ятҡанын билдәләп булмай. Һыу инер алдынан шул тирәне ентекләп өйрәнегеҙ. Ҡапыл-ғара һыуға ырғымағыҙ, аҫта таш, тимер киҫәге ятыуы ихтимал.
Эскән килеш һыу инергә ярамағанлығы тураһында һөйләп тороу артыҡтыр. Кем әйтмешләй, иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан.
Берәйһе бата башлаһа, иң алда физик хәлегеҙҙе самалағыҙ. Ҡотҡарам тип, икегеҙ ҙә һыу төбөнә китмәҫһегеҙме? Батып барыусыны ҡосаҡлап алырға ярамай. Ул ҡотҡарыусыға йәнтәслим йәбешеп, йөҙөргә ҡамасаулаясаҡ. Ул саҡта ике кеше лә батасаҡ. Иң яҡшыһы – сәсенән, кейеменән һөйрәргә кәрәк.
Батыусыларҙы “күгәргән” һәм “ағарған” тигән ике типҡа бүләләр. Тәүгеһе һуңғы минутҡа тиклем йәшәү өсөн көрәшә. Батып барыусы әүҙем ҡыбырлай, һулышын тотҡарлай, ярҙам һорап ҡысҡыра. Бер аҙҙан уның хәле бөтә, ул ҡаршылаша алмай, ашҡаҙанына һәм үпкәһенә ҙур күләмдә һыу тула. Шунан ул ҡан тамырҙарына китә һәм ҡан шыйығая. Йөрәк шул сама шыйыҡ ҡанды үҙе аша ҙур ауырлыҡ менән үткәрә. Энергия, йәғни кислород булмағас, ул тибеүҙән туҡтай. Кеше күкһел төҫкә инә.
Кеше иҫен юғалтып (шоктан, башы менән ҡаты әйбергә бәрелеп) батһа, “ағарған” батыусы һанала. Был осраҡта ашҡаҙанға һәм үпкәгә һыу ҙур күләмдә инмәй. Тын юлына әҙ генә һыу инеү арҡаһында шок була һәм кешенең йөрәге туҡтай. Әгәр ҙә кеше боҙло йәки хлорлы һыуҙа батһа, уның тын алыу юлы киҫкен быуыла һәм үпкәгә һыу инмәй. Шуға ла бындай кеше ап-аҡ була.
“Ағарған” батыусыны ҡотҡарыуы күпкә еңел. Йөрәк тибеүе һәм тын алышы туҡтаһа ла, биш минут эсендә тәүге ярҙам күрһәтелһә, “күгәргән” батыусыға ҡарағанда, кеше тиҙерәк “был донъяға” ҡайтасаҡ.
Боҙло һыуҙа батҡан кешенең мейе эшмәкәрлеге әкренәйә, метаболизм процесы бөтөнләй тиерлек туҡтай. Түбән температура биологик үлемде тотҡарлай. Ҡайһы бер осраҡта мәкелә хатта бер сәғәт самаһы булған кешене лә ҡотҡарып була.
Табиптар урынға килеп етмәҫ элек тәүге ярҙам күрһәтә башларға кәрәк. Иң алда батыусының ниндәй типҡа ҡарауын асыҡлағыҙ. Әгәр ҙә ул “күгәргән” икән, пульсын һәм тын алышын билдәләп тормағыҙ (һәр секунд ҡәҙерле!), ә уның башын аҫҡа эйелдерегеҙ, янбашы өҫтәрәк булһын. (Ҙур кәүҙәле кешене икәүләп биленән тотоп торор­ға мөмкин). Шунан бәләгә тарыусының тел төбөнә көс менән ике бармаҡты тығырға кәрәк. Әгәр ҙә ул йүткерһә, аҙыҡ өлөштәре менән ҡоҫа башлаһа, тимәк, ҡурҡыныс хәл артта ҡалды, тигән һүҙ. Арҡаһына ипләп кенә һуғып алырға мөмкин. Кеше тынын сығарған саҡта күкрәк ситлегенән ҡосаҡлап, һығып-һығып алырға кәрәк. Батыусыны мөмкин тиклем күберәк ҡоҫторорға тырышығыҙ, эсендәге һыу ни тиклем күберәк сыҡһа, ул шул тиклем тиҙерәк аяҡҡа баҫасаҡ. Шунан уның пульсын, яҡтылыҡҡа реакцияһын тикшерегеҙ.
Тын алыу юлдарынан, ашҡаҙандан һыу сығып бөткәс, ҡаза күреүсене бер яғына һалып, өҫтөн ябығыҙ. Табиптар килеп ет­кәнсе уны бер секундҡа ла иғтибар­һыҙ ҡалдырмағыҙ – ҡапыл йөрәге туҡтауы ихтимал. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡаза күреүсе үҙен яҡшы тойһа ла, 3 − 5 тәүлек табиптар күҙәтеүе аҫтында булыуы хәйерле.
Әгәр ҙә ҡазаға тарыусының ауыҙына ике бармағығыҙҙы тығып, ҡоҫторорға маташһағыҙ ҙа, бер ниндәй ҙә реакция, йә ҡоҫҡолоғонда һыуҙан тыш ашаған ризығы булмаһа, һыу ҡанға таралып өлгөргән тигән һүҙ. Һеҙгә тиҙ арала яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эш­ләргә кәрәк. Һәр 3 − 4 минут һайын ҡазаға тарыусыны тиҙ генә эсенә ятҡырығыҙ һәм салфетка ярҙамында ауыҙ тирәһендәге лайланы һәм күбекте алығыҙ. Иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, әгәр бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаһа ла реанимация процедураһы 40 минут тирәһе барырға тейеш.
Ҡотҡарылған кеше табиптар күҙәтеүе аҫтында булһын. 3 − 5 тәүлек эсендә йөрәк туҡтауы, үпкә, йә мейе шешенеү, бауыр эшмәкәрлеге боҙолоуы ихтималлығы ҙур.
Читайте нас