Мораҙым
-2 °С
Ясна
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2020, 08:16

Йәйге тымыҡ кистә

Тымыҡ ҡына йәйге бер кистә,Һиллек килеп, тынғас, бар хистәр,Ултырайыҡ әле, уйланып,Эстән генә һыҙып, моңайып. Тоноҡлана инде йәшеллек,Моң-һағыштан арҡан ишерлек.Өҫтәл һыға йыйған йәм-ниғмәт,Һарыларға тарта тәбиғәт. Ямғыры ла булды был йәйҙә, Күпереп үҫте үлән туғайҙа.Салғыларҙы ҡабат янаным,Бакуйҙарға әле яраным. Бесәндәре кипкән шыптырлап,Шишмә ағып ята сылтырлап.Тиргә батып, кәбән осланыҡ,Ҡулда ҡалған бесән усламы. Шул усламды ҡыҫып күкрәккә,Йылы алып унан йөрәккә,Ултырабыҙ йәйге кистә беҙ,Тымыҡ-талғын ғына хистәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тымыҡ ҡына йәйге бер кистә,
Һиллек килеп, тынғас, бар хистәр,
Ултырайыҡ әле, уйланып,
Эстән генә һыҙып, моңайып.
Тоноҡлана инде йәшеллек,
Моң-һағыштан арҡан ишерлек.
Өҫтәл һыға йыйған йәм-ниғмәт,
Һарыларға тарта тәбиғәт.
Ямғыры ла булды был йәйҙә,
Күпереп үҫте үлән туғайҙа.
Салғыларҙы ҡабат янаным,
Бакуйҙарға әле яраным.
Бесәндәре кипкән шыптырлап,
Шишмә ағып ята сылтырлап.
Тиргә батып, кәбән осланыҡ,
Ҡулда ҡалған бесән усламы.
Шул усламды ҡыҫып күкрәккә,
Йылы алып унан йөрәккә,
Ултырабыҙ йәйге кистә беҙ,
Тымыҡ-талғын ғына хистәбеҙ.
Читайте нас