Мораҙым
+25 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
17 Июня 2020, 09:29

Сапыҡ

Сапыҡ ауылы әллә ни ҙур түгел. Ябай ғына бәләкәй генә ауыл ул. Бәләкәй генә булһа ла, халҡының киң күңеллелегенә, берҙәмлегенә, татыулығына, донъяға ғашиҡлығына хайран ҡалырһың. Үҙе бер донъя ул Сапыҡ. Ауылды уратып кәртәләп алыуҙары ла, урамда ҡупшы шыршылар ултыртыуҙары ла шул үҙ донъяһын ҡурсыған хужаларға хас күренештер. Ҡайһы ғына йортҡа баҡма, ҡайһы ғына өйҙө алма – төҙөклөгө,төҫлөлөгө менән арбай. Урамда бер сүп, бер ҡый күрмәҫһең. Бөтмөр хужалар йорт-ҡураһын ғына түгел, ҡапла алдын да тәртиптә тота, хужабикәләр иһә баҡсаларын гөл-сәскәгә күмгән. Хәйер, төп маҡсат тотош ауыл тураһында яҙыу ҙа түгел ине инде. Шулай ҙа, ил-йортто күҙҙән үткәреү уның хужаларын, халҡын ҡылыҡһырлай. Сапыҡтар иһә был тәңгәлдә тик матур тәьҫораттар ғына ҡалдыра.

Сапыҡ ауылы әллә ни ҙур түгел. Ябай ғына бәләкәй генә ауыл ул. Бәләкәй генә булһа ла, халҡының киң күңеллелегенә, берҙәмлегенә, татыулығына, донъяға ғашиҡлығына хайран ҡалырһың. Үҙе бер донъя ул Сапыҡ. Ауылды уратып кәртәләп алыуҙары ла, урамда ҡупшы шыршылар ултыртыуҙары ла шул үҙ донъяһын ҡурсыған хужаларға хас күренештер. Ҡайһы ғына йортҡа баҡма, ҡайһы ғына өйҙө алма – төҙөклөгө,төҫлөлөгө менән арбай. Урамда бер сүп, бер ҡый күрмәҫһең. Бөтмөр хужалар йорт-ҡураһын ғына түгел, ҡапла алдын да тәртиптә тота, хужабикәләр иһә баҡсаларын гөл-сәскәгә күмгән.
Хәйер, төп маҡсат тотош ауыл тураһында яҙыу ҙа түгел ине инде. Шулай ҙа, ил-йортто күҙҙән үткәреү уның хужаларын, халҡын ҡылыҡһырлай. Сапыҡтар иһә был тәңгәлдә тик матур тәьҫораттар ғына ҡалдыра.
һүрәттә: ауыл мәсете;
Ибраһимовтарҙың өлгөлө йорто;
Икең бер булып, ҡыҙыҡһыуҙарың, донъяға ҡараштарың бер булып, бер төптән тартҡанда ғына донъяң алға бара тигәндәре хаҡтыр. Альбина менән Наил Ибраһимовтарҙың ғаиләһе ауылда абруйлыларҙан һанала. Йомарт Баймаҡ яғынан бер аҙ ҡырыҫыраҡ, хатта ҡатыраҡ төбәккә килен булып төшөп, шул ергә ерегеп, холҡона яраҡлашып, үҙ яйына яйлап, көйөнә көйләп йәшәп китеүҙәре килен кешегә, әлбиттә, ваҡытында, ауырыраҡ та булғандыр. Шулай ҙа, ир тартҡанды мир тарта тигәндәй, үҙ ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған ғаилә башлығы булғанда, иркәләнер, иңең терәр ирең булғанда ҡатын-ҡыҙға ҡайҙа ла бәхет инде. Тормош иптәше Наил Булат улы менән улар ике ир балаға ғүмер биргән. Әлегә өйләнеп, үҙ донъяларын ҡормаһалар ҙа, һәйбәт эшкә урынлашып, уңышлы ғына эшләп йөрөйҙәр. Әйткәндәй, Ибраһимовтарҙың ғаиләһе быйыл көмөш туйын да билдәләгән. Ғаилә байрамының ғаилә йылына тура килеүе – үҙе бер мәртәбә. Наил Булат улы бына нисәмә йылдар инде Ишбирҙе ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй. Уның етәкселегенә ҡараған ауылдарҙың төҙөк, етеш, матур булыуына аптырарға ла түгел. Үҙе лә өлгөлө йорт хужаһы ул. Әллә ҡайҙан ҡот уйнатып торған сыңъяһау йортто улар үҙ көсө менән төҙөп сыға. Альбина инде баймаҡтарға хас ихласлыҡ менән эшен дә, донъяһын да берҙәй алып бара. Ишек алдында үҫкән аллы-гөллө сәскәләргә һоҡланмаған кеше юҡтыр.
Читайте нас