Мораҙым
+13 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Июня 2020, 07:07

Рәмис кеүектәр күберәк булһын!

Бер көн кис беҙгә Мораҡ ауылында йәшәүсе Рәмис Буранбаев шылтыратты һәм балаларға ярҙам итергә теләге булыуын белдерҙе. Ә бер аҙнанан беҙҙең учреждение алдында яңы уҡыу йылына канцелярия тауарҙары һәм уҡыу-кәрәк-яраҡтары тултырылған рюкзактар тора ине (ҡыҙғанысҡа ҡаршы пандемияға бәйле карантин режимы булғас, бүләктәрҙе балаларға үҙ ҡулдары менән тапшыра алманы).

- Балалар – беҙҙең киләсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһы ла тулы ғаиләлә тәрбиәләнмәй, ҡайһылары физик яҡтан камил түгел – шуның менән улар бәхетле балалыҡтан мәхрүм. Бәләкәстәр тормошона йән өрөү, хәлдәрен белеү, улар өсөн бәләкәй генә бүләктәр алып килеү уларҙы ни тиклем шатландырғанын белһәгеҙ икән, мәрхәмәтле, миһырбанлы кешеләр менән аралашыу уларға үҙҙәрен был тормошта бик кәрәкле итеп тойорға мөмкинлек бирә. Беҙҙең арала ана шундай - ярҙам итергә әҙер булған миһырбанлы кешеләр булыуы айырыуса ҡыуандыра, - тип һөйләй Йомағужа балалар йорто директоры урынбаҫары Марина Пехота.
- Бер көн кис беҙгә Мораҡ ауылында йәшәүсе Рәмис Буранбаев шылтыратты һәм балаларға ярҙам итергә теләге булыуын белдерҙе. Ә бер аҙнанан беҙҙең учреждение алдында яңы уҡыу йылына канцелярия тауарҙары һәм уҡыу-кәрәк-яраҡтары тултырылған рюкзактар тора ине (ҡыҙғанысҡа ҡаршы пандемияға бәйле карантин режимы булғас, бүләктәрҙе балаларға үҙ ҡулдары менән тапшыра алманы).
Иғтибарға мохтаждарға һәр кем төрлөсә ярҙам һәм иғтибар күрһәтә ала. Ҡайһы ваҡыт кемгәлер бер йылы һүҙ етә, бәғзе берәүҙәргә яйлап, күңелен бушатҡансы һөйләшеп ултырыу кәрәк. Ә кемдер, тап бына балалар йорто тәрбиәләнеүселәре кеүектәр мәктәп кәрәк-яраҡтарына шул тиклем ҡыуана, сөнки улар билдәле сәбәптәр арҡаһында уларҙы үҙҙәре һатып ала алмай.
- Мохтаждарға ярҙам итеү теләге күптән бар ине. Ундай мөмкинлек килеп тыуыу менән мин уны эшләнем, - ти Рәмис Буранбаев.
- Рәмис Рәфҡәт улы балаларға кәрәкле әйберҙәр алып килеп кенә ҡалманы, ә уларға шатлыҡ өләште, күңелдәрендә яҡты киләсәккә өмөт уятты.
Һәр мәрхәмәтлек – беҙҙең өсөн дә ҙур ярҙам. Рәмис Рәфҡәт улы килтергән йәшниктәрҙе бушатҡанда балаларҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ. Уларҙың күҙҙәрендә осҡондар янып китеүен күреү өсөн генә лә изгелек эшләргә булалыр, - ти Марина Николаевна.
Беҙҙә мохтаж кешеләр байтаҡ, айырыуса әле, пандемия осоронда, күптәргә ярҙам кәрәк. Граждандарҙың айырым категорияһына уны дәүләт күрһәтә. Кемдер үҙ көсөнә таяна. Ә арала бына ошондай Рәмис кеүек матди ярҙам күрһәтергә әҙер торғандар булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы хәл. Сауаптары үҙенә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Изгелек бит ерҙә ятып ҡалмай.
Мария ВАСИЛЬЕВА.
Марина ПЕХОТА фотоһы.
Читайте нас