Мәҡсүт ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Таңһылыу Хәмиҙуллина беҙгә әлеге көндә ниндәй эштәр менән мәшғүл икәнлектәрен бәйән итте.
- Ағинәйҙәр, милләт һаҡсыһы булараҡ, ниндәй осраҡта ла, ниндәй ҡатмарлы осорҙа ла рухи ныҡлыҡ һаҡлап ҡалырға тейештер. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙы ла лайыҡлы ҡабул итә белергә кәрәк. Хоҙайҙан именлек һорап, ураҙалар тоттоҡ, матур, изге теләктәр теләп, рамаҙан айын үткәрҙек. Бығаса ауыҙ асыуға саҡырышып, ҡәҙер кистәрен күмәкләшеп үткәрә торғайныҡ, быйыл сикләү булғас, һәр кем үҙ өйөндә булды. Шулай ҙа телефон аша хәл белешеп, һөйләшеп торҙоҡ. Ҡәҙер кисендә лә бер-беребеҙгә шылтыратышып, хәл-әхүәлдәребеҙҙе белешеп, изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш араһында ағинәйҙәр, оло булһалар ҙа, эштәрен ыратып ҡына тора. Мәҫәлән, Хәлиҙә Хәйҙәр ҡыҙы Бикҡолова биш-алты йәшлек ейәнсәрҙәренә, уларҙың әхирәттәренә селтәрҙәр эшләп таҡты. Мин күлдәк тектереп, табурлы биҙәк һалдым.Кемдер бәйләргә оҫта, кемдер тегергә тигәндәй, нағыш сигеү ҙә ыуаҡ эш, оло түҙемлек талап итә. Был тәңгәлдә Вагапова Зөлфирә Ниғмәт ҡыҙына етеүсе юҡтыр Ул таҫтамалдар, ул яҫтыҡ тыштары, ул алъяпҡыстар... Өйҙә ултырған ваҡытты әллә күпме яулыҡтар, жилеттар, шарфтар бәйләне.
Вәлитова Рәмзиә лә бәйләүгә маһир. Кәзә дебетенән өсмөйөшлө шәлдәр, шарфтар, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй.Зөлфирә Ваһапова менән Рәмзиә Вәлитова, Гүзәл Әминеваларҙың баҡсаһы йырып сыҡҡыһыҙ, ишек алды тулы сәскә.
Гүзәл Әминеваның ихатаһына иңһәң инде үҙе бер ожмах баҡсаһымы ни! Портулак, пион, миләүшә, болонкүҙ (ромашка), рауза, йәсмин һәм башҡа сәскәләрҙең исем-атамаһын да белеп бөтөп булмай. Баҡсаһында бер ҡый күрмәҫһең. Һәр нәмәне уйлап, сәскәләрҙе төҫө менән килештереп кенә ултырта. Улы ҡул эшенә оҫта, төрлө һындар яһап, ишек алды биҙәп бөткән.
Моратовтар ишле мал аҫрай, бал ҡорто тоталар. Әлмөхәмәтовтар ҙа матур итеп донъя көтә. Ғөмүмән, беҙҙең Мәҡсүт ауылы халҡы бөтә яҡлап та уңған, егәрле ул.
Ил-йорт хәбәрҙәрен, яңылыҡтарҙы гәзит-журнал, телевизор-радио аша белеп торабыҙ. Интернеттан да ҡарап барабыҙ, оло булһаҡ та, заман менән бергә атлайбыҙ.
Шулай итеп, ниндәй генә ваҡыт булмаһын, беҙ һәр ваҡыт халҡыбыҙ өсөн рухи терәк булып ҡалырға тейешбеҙҙер тип, үҙебеҙгә шундай бурыс-маҡсаттар ҡуйып, эшләп йөрөгән булабыҙ.