Мораҙым
+18 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
17 Июня 2020, 09:11

Бөгөн Бөтә донъя ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәш көнө

Ямғыр саҡырыу өсөн борон ҡорбан салынған, уны “теләк салыу”, “ямғыр ҡорбаны” тигәндәр. Аят уҡылғас, ҡорбан ите бешкәнсе, өлкәндәр ямғыр намаҙы уҡый. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ айырым ултыра. Һәр ике бәндә ихлас булырға тейеш. Ил, Ер-һыу хәлен һорап, доғала ултырғанда бөтөн йөрәгенән ҡушылып торорға бурыслы. Борон был йолаға сығыусылар кисен ниәт итеп ятһа, иртән ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейем кейенеп барған. Һыу буйында һыу һибешеү була. Йәше, ҡарты, олоһо, кесеһе, хатта мулла үҙе лә — елән осон булһа ла һыуҙа сылатырға тейеш. Бер-береһен һыуға ташлау бөтөн ауылда ҡыҙыҡ уйынға әүерелгән. Йола хаҡы буйынса бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш түгел. Өйҙәргә инә алмаһалар — мөрйәнән, ихатаға керә алмаһалар — ҡойманан, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға, түтәлдәргә һыу һибелгән. Күнәктән һоҫоп сәсрәткәндә теләк әйтелгән. Балаларҙы инәйҙәр ауыл буйлап йүгерткән: “Барығыҙ, ямғыр теләгеҙ! Йәш кешенең теләге йәшендәй етеҙ, етер еренә етә!” — тигәндәр. Балалар һамаҡлай: Ямғыр, яу, яу, яу! Иген үҫһен тау, тау, Ваба сире булмаһын, Астан халыҡ үлмәһен, Яу, ямғырым, яу, яу! Ҡара тәкә һуйырмын, Башын һиңә ҡуйырмын, Майын үҙем ашармын, Тояғын һыуға һалырмын, Ямғырҡайым, яу, яу! Майлы бутҡа бирермен, Тәтәй ҡашыҡ бирермен, Ямғырҡайым, яу, яу! Беҙ булайыҡ һау, һау! Бәрәмәстән, ҡоймаҡтанЯу силәктән Яу иләктән! Яу! Яу! Шулай итеп, бала һамағында бик боронғо йолалар — һыуға ҡорбан салып бағышлауҙар сағыла. Һыу һибешкәндә тик ир менән ҡатынға һыу һибешергә ярамай — аралары һыуына. Ауыл буйлап йүгереп, шаулашып балалар ҡайтыуға ямғыр яуыр булған, сөнки йолала әҙәм ихлас була.

Ямғыр саҡырыу өсөн борон ҡорбан салынған, уны “теләк салыу”, “ямғыр ҡорбаны” тигәндәр. Аят уҡылғас, ҡорбан ите бешкәнсе, өлкәндәр ямғыр намаҙы уҡый. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ айырым ултыра.
Һәр ике бәндә ихлас булырға тейеш. Ил, Ер-һыу хәлен һорап, доғала ултырғанда бөтөн йөрәгенән ҡушылып торорға бурыслы. Борон был йолаға сығыусылар кисен ниәт итеп ятһа, иртән ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейем кейенеп барған.
Һыу буйында һыу һибешеү була. Йәше, ҡарты, олоһо, кесеһе, хатта мулла үҙе лә — елән осон булһа ла һыуҙа сылатырға тейеш. Бер-береһен һыуға ташлау бөтөн ауылда ҡыҙыҡ уйынға әүерелгән. Йола хаҡы буйынса бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш түгел. Өйҙәргә инә алмаһалар — мөрйәнән, ихатаға керә алмаһалар — ҡойманан, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға, түтәлдәргә һыу һибелгән. Күнәктән һоҫоп сәсрәткәндә теләк әйтелгән. Балаларҙы инәйҙәр ауыл буйлап йүгерткән: “Барығыҙ, ямғыр теләгеҙ! Йәш кешенең теләге йәшендәй етеҙ, етер еренә етә!” — тигәндәр.

Балалар һамаҡлай:
Ямғыр, яу, яу, яу!
Иген үҫһен тау, тау,
Ваба сире булмаһын,
Астан халыҡ үлмәһен,
Яу, ямғырым, яу, яу!
Ҡара тәкә һуйырмын,
Башын һиңә ҡуйырмын,
Майын үҙем ашармын,
Тояғын һыуға һалырмын,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Бәрәмәстән, ҡоймаҡтан
Яу силәктән
Яу иләктән! Яу! Яу!
Шулай итеп, бала һамағында бик боронғо йолалар — һыуға ҡорбан салып бағышлауҙар сағыла.
Һыу һибешкәндә тик ир менән ҡатынға һыу һибешергә ярамай — аралары һыуына. Ауыл буйлап йүгереп, шаулашып балалар ҡайтыуға ямғыр яуыр булған, сөнки йолала әҙәм ихлас була.
Читайте нас