Мораҙым
+13 °С
Ясна
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2020, 08:45

Автомобиль уйынсыҡ түгел

16 июндә Мораҡтағы Юл һәм Мәктәп урамдары киҫелешендә юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Төнгө шоссела юғары тиҙлек менән барған автомобиль кюветҡа осҡан.

16 июндә Мораҡтағы Юл һәм Мәктәп урамдары киҫелешендә юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Төнгө шоссела юғары тиҙлек менән барған автомобиль кюветҡа осҡан.
Ваҡиға шаһиттары ҡотҡарыусыларҙы телефон аша саҡырған, үҙҙәре ярҙам итә башлаған. Тиҙ арала килеп еткән 84-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу һағы һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ВАЗ-2112 машинаһынан ике ирҙе сығарған һәм уларҙы Мораҡ үҙәк район дауаханаһына илткән.
ЮХХДИ вәкилдәре тикшереү алып бара. Шул уҡ көндө автомобиль махсус техника ярҙамында юлдан алынған һәм туҡталҡаға илтелгән.
Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Һеҙҙе өйҙә көтәләр! Эскән килеш руль артына ултырмағыҙ!
Автор фотолары.
Читайте нас