Мораҙым
+16 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
17 Июня 2020, 07:18

Ауылым уңғандары

Вәлимә апай Ихсанованың бер туған һеңлеһе Зөлфирә апай Килсенбаеваның да донъяһын барып күрҙек. Зөлфирә апайҙар Ураҡай ауылында йәшәй. Тормош иптәше Сәфәрғәле ағай менән ике улға ғүмер, тәрбиә биргәндәр. Ғаилә башлығының һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булһа ла, донъя ныҡлығына хайран ҡалырлыҡ, ҡаршылағы йорта ғына Зөлфирә апайҙың әсәләре йәшәй. Ишек алдына ингән ерҙән - йәм-йәшел ҡаҙ үләне. Өй эргәһендә, тупһа тирәләп кенә сәскәлектәр күҙҙең яуын ала. Бер ҡый, бер сүп күренмәй унда ла, һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип, бөхтәлек.- Сәскәләрҙең әле күбеһе атмаған. Георгиндар көҙгәрәк кенә ата, әле бына петуниялар йәмләй баҡсаны. Кисә ҡырға барғайныҡ, ялан сәскәләрен дә йыйып алып ҡайттым. Апайымдың да гөлдәрен күргәнһегеҙҙер әле, - тип хәбәрен башлай Зөлфирә апай минең сәскәләрҙе байҡауыма иғтибар итеп.- Бигүк төпкөлдә булмаһа ла, бәләкәс кенә ауыл, ҡыйын түгелме?- тием әңгәмәне ялғап.- Юҡ, бала саҡтан ошонда йәшәгәс ни, китке лә килмәй. Бынау ҡаршы йортта ғына үҫтек, әсәйебеҙ шунда тора, көн дә барып, ярҙам итеп, ҡарап торабыҙ. Аллаға шөкөр, эшкә өйрәттеләр, үҙҙәре лә егәрле булды. Баҡсаһын да үҫтерәбеҙ, малын да аҫрайбыҙ, ҡош-ҡортон да ҡарайбыҙ. Бөтә нәмә үҙебеҙҙеке, үҙебеҙгә етәрлек, артығы кәрәкмәй, - ти ул баҫалҡы ғына йылмайып.

Вәлимә апай Ихсанованың бер туған һеңлеһе Зөлфирә апай Килсенбаеваның да донъяһын барып күрҙек. Зөлфирә апайҙар Ураҡай ауылында йәшәй. Тормош иптәше Сәфәрғәле ағай менән ике улға ғүмер, тәрбиә биргәндәр. Ғаилә башлығының һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булһа ла, донъя ныҡлығына хайран ҡалырлыҡ, ҡаршылағы йорта ғына Зөлфирә апайҙың әсәләре йәшәй.
Ишек алдына ингән ерҙән - йәм-йәшел ҡаҙ үләне. Өй эргәһендә, тупһа тирәләп кенә сәскәлектәр күҙҙең яуын ала. Бер ҡый, бер сүп күренмәй унда ла, һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип, бөхтәлек.
- Сәскәләрҙең әле күбеһе атмаған. Георгиндар көҙгәрәк кенә ата, әле бына петуниялар йәмләй баҡсаны. Кисә ҡырға барғайныҡ, ялан сәскәләрен дә йыйып алып ҡайттым. Апайымдың да гөлдәрен күргәнһегеҙҙер әле, - тип хәбәрен башлай Зөлфирә апай минең сәскәләрҙе байҡауыма иғтибар итеп.
- Бигүк төпкөлдә булмаһа ла, бәләкәс кенә ауыл, ҡыйын түгелме?- тием әңгәмәне ялғап.
- Юҡ, бала саҡтан ошонда йәшәгәс ни, китке лә килмәй. Бынау ҡаршы йортта ғына үҫтек, әсәйебеҙ шунда тора, көн дә барып, ярҙам итеп, ҡарап торабыҙ.
Аллаға шөкөр, эшкә өйрәттеләр, үҙҙәре лә егәрле булды. Баҡсаһын да үҫтерәбеҙ, малын да аҫрайбыҙ, ҡош-ҡортон да ҡарайбыҙ. Бөтә нәмә үҙебеҙҙеке, үҙебеҙгә етәрлек, артығы кәрәкмәй, - ти ул баҫалҡы ғына йылмайып.
Автор фотолары.
Читайте нас